Китап уҡыу инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер. - Ризаитдин Фәхретдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Киләсәккә аманат

    Быйыл билдәләнгән Тарих һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына Баймаҡ район үҙәк китапханаһы ойошторған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы яҙ айҙарында Баймаҡ - Йомаш маршруты менән башланып китте. “Атайсал тип янған йөрәктәр” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары райондың төрлө ауылдарында осрашып, 1812 йылғы Ватан һуғышының тарихы тураһында һөйләне, батырҙарҙың исемдәрен асыҡланы, эстафета альбомы тултырҙы.

   Ниһайәт, сентябрь айында Темәстәр   Ниғәмәт ауылына бай йөкмәткеле сығыш-концерттар менән килеп ҡайтҡандан  һуң, урындағы  “Атайсал”һәм “Ағинәйҙәр ” клубтары ағзалары Ирәндектең арьяғында урынлашҡан Төркмән ауылына юл алдыҡ. Ауыл хаҡимиәте башлығы М. С.Солтанғазин , “Атайсал”, “Ағинәйҙәр” клубтары рәйестәре, мәҙәниәт,китапхана  хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡаршы алды. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы ,дауахана менән танышҡандан һуң, беҙ данлыҡлы ҡурайсы, актер Ғата Сөләймановтың музейында булдыҡ. Музей директоры Ф.Ишморатов мәшһүр яҡташыбыҙ һәм экспонаттар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Туғажман тауында урынлашҡан Ҡурай һәйкәлен күреү – сәйәхәтебеҙҙең иң күркәм өлөшө булды. Данлыҡлы Ирәндек буйы ҡурайсыларының  вариҫтары – Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар,  Сабырйән Байназаров оло кинәнес һәм ғорурлыҡ менән халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Рәмил Хәсәнов башҡорт ҡурайына арнап ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Осрашыуҙың икенсе өлөшө мәктәптә  дауам итте. Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе М.Гайсин, “Ағинәйҙәр”  М.Ғәипҡолова, З.Ишморатова , тарих уҡытыусыһы Б.Ишморатов сығыштары уҡыусыларҙың йыр-бейеүҙәрен үрелеп барҙы. Сараны оҫта алып барҙы Зилә Ғилманова.Ниғәмәттәр ҙә буш ҡул менән килмәгән. Хәсәновтарҙың йыр, ҡурай моңдары, Г.Кейекбаева етәкләгән “Һаҡмар һандуғастары” вокал ансамбленең, Г.Ғәббәсованың, Үрге Яйыҡбай ағинәйҙәренең йырҙарын, Г.Рахманғолованың  бейеүен Төркмәндәр  алҡыштарға күмде. Осрашыуҙың иң яуаплы өлөшө эстафета альбомын тапшырған саҡта районыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалы,район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостандың маҡтаулы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Ә.З.Сәйғафаровтың сығыш яһауы булды. Хаҡимиәт башлығы М.С.Солтанғазин Ниғәмәттәргә иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.

   Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһе Төркмәндән Ниғәмәттәр  дәртләнеп рухи көс алып байып ҡайтты. Эстафета дауам итә. Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, киләсәк быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ. Беҙҙең киләсәк быуынға аманатыбыҙ шул  булыр.

Баймаҡ үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре С.Иҙелбаева 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.