О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon “Ҡөҙрәтле һүҙ” Әҙәби фестиваль положениеһы

2015 йыл Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде.Әҙәбиәт йылының төп маҡсаты - йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү.

Әҙәбиәт йылын Баймаҡ районында лайыҡлы үткәреү,яҡташтарыбыҙҙың китапҡа,китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу,китап уҡыусыларҙың әүҙемлеген күтәреү маҡсатында Баймаҡ район хакимиәтеәҙәби фестиваль иғлан итә.

Фестивалде төп ойоштороусылар: мәғариф бүлеге, районкитапханаһы, район башҡорттары ҡоролтайы, ”Атайсал”, ”Ағинәйҙәр” клубтары, район ҡатын - ҡыҙҙар советы, ауыл хакимиәттәре.

Фестиваль түбәндәге йүнәлештәр буйынса үтә:

- “Яҡташ әҙиптең йәнтөйәгендә”

- Рус әҙәбиәте классиктары

- Бөгөнгө көн әҙәбиәте

- Яҡташ яугир шағирҙар ижады

- Халыҡ фольклоры

Фестиваль шарттары:

- Фестивальдә ҡатнашыусылар бер йүнәлеш буйынса планға ярашлы саралар үткәрә. Әҙәби музыкаль кисәләр, шиғриәт кисәләре, төрлө бәйгеләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреү, һәр хакимиәттә иғлан ителгән йылға ҡарата баннерҙар эшләтеүтәҡдим ителә. Үткәрелгән сараларға ауыл халҡын, бөтә класс уҡыусыларын, ғаиләләрҙе, йәштәрҙе йәлеп итеү, мәктәптәрҙә иң күп китап уҡыусы кластарҙы ,уҡыусыларҙы билдәләү, уҡытыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген баһалау мөһим.

- Мәғариф бүлеге иғлан иткән “Әҙәби марафон”

,”Мәңге тере рус классикаһы”(“Живая русская классика”), район китапханаһы  иғлан иткән “Әҙәбиәт - рухиәт сығанағы, тормош дәреслеге”проекты саралары Әҙәби фестиваль сиктәрендә ойошторола һәм баһалана.

- Фестиваль йыл буйына дауам итә. Фестиваль сараларына баһа биреү өсөн махсус комиссия төҙөлә. Иң сағыу үҙенсәлекле бер сараны комиссия ағзаларына, графикка ярашлы, саҡырып күрһәтеү мотлаҡ. Ошо сарала “Ҡөҙрәтле һүҙ” сигелгән символик һөлгө тапшырыла. Һөлгөгә һәр хакимиәт тормош маяғы булырҙай ҡанатлы, ҡөҙрәтле һүҙҙәр (мәҡәл, әйтем, яҙыусылар һүҙҙәре) сигеп яҙа.

 

- Фестивальдә ҡатнашыусылар үткәрелгән сараларҙы сағылдырып, Әҙәбиәт йылына бағышлап альбом эшләйһәм йыл аҙағында комиссияға тапшыра.

Альбомда сағылыш табырға тейешле мәғлүмәттәр:

1. Фестиваль сиктәрендә үткәрелгән үҙенсәлекле, иң сағыу саралар (фотоколлаж)

2. Еңеүҙең 70 йыллығына арналған әҙәби саралар

3. ”Яҙыусылар беҙҙә ҡунаҡта” тарихи фотолар коллажы

4. Ауыл хакимиәтенең иң күп китап уҡыусылары: уҡыусылар, йәштәр, өлкән йәштәгеләр, ғаиләләр, кластар, ауылдар

5. “Иң популяр китап” (шиғриәт,проза,балалар әҙәбиәте), ”Иң уҡымлы китаптар хит - парады”

6. Үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә еңеүселәрҙең эштәре (“Минең яратҡан китабым”, ”Минең яратҡан геройым”, ”Минең тормошомдо үҙгәрткән китап”, ”Яратҡан яҙыусыма әйтер һүҙем”, һ.б.)

7. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә иғлан ителгән республика, район акцияларында ҡатнашыу

8. Китап сығарыуға, китапханаларға матди ярҙам күрһәтеүселәр (“Китапханаға иң күп китап бүләк итеүсе”, ”Китапханаға иң күп матди ярҙам күрһәтеүсе”), яңы китап сығарыусылар

9. Әҙәби ижадсы ауылдаштар (билдәле яҙыусылар, башлап яҙыусылар, әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе йәштәр, уҡыусылар)

Йыл аҙағында фестивалгә йомғаҡ яһаласаҡ, райондың “Иң күп китап уҡыусыһы”, ”Иң күп китап уҡыусы ғаилә”, ”Иң күп китап уҡыусы класс”, ”Иң күп китап уҡыусы ауыл”, ”Иң күп китап уҡыусы хакимиәт”, ”Иң күп китап уҡыусы хеҙмәт коллективы” билдәләнәсәк.

Еңеүселәр район хакимиәтенең дипломдары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнәсәк.

Әҙәби фестиваль 10 февралдән ноябрь айынатиклем үткәрелә.

 

 Ойоштороу комитеты

Ҡөҙрәтле һүҙ” әҙәби фестивален ойоштороусылар

һәм баһалаусылар:

Ойоштороу комитеты рәйесе: Иҫәнбаев Р.Ф. - район хакимиәте башлығының 1 - се урынбаҫары

Комиссия ағзалары:

1. Зәйнуллин Илдус Әдиф улы - мәғариф бүлеге етәксеһе

2. Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы - Баймаҡ биләмә - ара китапхана директоры

3. Йыһаншина Гөлназ Халидар ҡыҙы - мәҙәниәт бүлеге етәксеһе

4. Баймурзин Ғәлимйән Ситдыҡ улы - Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

5. Биктимирова Хөрмә Мөхәмәт ҡыҙы – “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе

6. Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы – мәғариф ветераны

7. Фәхретдинова Ғәлиә Әҙеһәм ҡыҙы - мәғариф ветераны

8. Иҫәнгильдина Гүзәл Салауат ҡыҙы - “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе

9. Ғәҙелшина Земфира Зәйнулла ҡыҙы – “Баймакский вестник” гәзите хәбәрсеһе

10. Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы - “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе рәйесе

11. Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улы – “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе ағзаһы

 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.