Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда «Күсей ауылы феномены» исемле фәнни-ижтимағи форум үтте

18 октябрь көнө Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда «Күсей ауылы феномены» исемле фәнни-ижтимағи форум үтте. Унда яҡташыбыҙ, билдәле әҙибә, драматург, публицист Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусы Ринат Камал, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиевафилология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғиниәтулла Ҡунафин, мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шулай уҡ ”Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”ның тапшырыуҙар мөхәррире Хәбирә Хәмиҙуллина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл халҡы, шулай уҡ, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Форумды Баймаҡ районының хакимиәт башлығының 1- се урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина башлап ебәрҙе. «Беҙҙең Баймаҡ яҡтары бик күп билдәле шәхестәр биргән төйәк. Уларҙың исемдәре башҡорт донъяһы күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Бөгөнгө һөйләшеүҙә һүҙ, Баймаҡ еренең биҙәге булған Күсей ауылынан сыҡҡан әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм фән өлкәһендә юғары урын билдәләп торған яҡташтарыбыҙ тураһында барасаҡ», - тине ул үҙенең сығышында. Артабан, «Күсей ауылының таланттарға байлығының сере нимәлә икән? Был күренеш нисек атала? Уны Күсей ауылының феномены тип әйтергә буламы?» тигән һорауҙарға яуап алыр өсөн Күсей ауылының дөйөм белем биреү мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Латыпова И.М. сығыш яһаны, уның доклады фотослайдтар менән оҙатылып барҙы. Шулай уҡ, был һорауҙарға, Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Мәжитов А.Р., тарих күҙлегенән сығып яуап табырға тырышты. БДУ-ның Сибай институтынан килгән ҡунаҡтар, сығыштары менән күсейҙәр – Ласынова Н.А. доцент, филология фәндәре кандидаты Күсей ауылының топонимикаһы менән таныштырһа, Мәтинова Ф.В., иҡтисад фәндәре кандидаты, ауылдың ҡаҙылма байлыҡтарға бай урын булыуын телгә алып үтте. Ә инде Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Күсей ауылының феноменын башҡорт халҡының генетик хәтерендә күрә.
Был фәнни – ижтимағи форум аҙағынан Күсей ауылы халҡы үҙҙәренең яратҡан ауылдаштарын Таңсулпан Ғарипованы күркәм юбилейы уңайынын ҡотлап үтте. Сара мәктәп уҡыусылары әҙерләгән концерт менән дауам итте. Ҡунаҡтар халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев иҫтәлегәнә ҡуйылған таҡташҡа сәскәләр һалды, Күсей мәктәбе музейына экскурсия яһанылар. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында китап һатыу ойошторолдо. Ул көндө бөтә Күсей ауылы гөрләп торҙо. Киләһе ошондай форумды үткәреү өсөн Буранбай ауылы һайланды. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Ватандаш» журналының ноябрь һанында танышырға мөмкин буласаҡ.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.