Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың. - Нурмөхәмәт Йомрани
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Район ағинәйҙәре ҡор йыйҙы.

         

13 февраль көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында  Баймаҡ районы ағинәйҙәр клубының йыйылышы уҙҙы. Был ил инәләренең ағымдағы йылда бергәләшеп тәүгә йыйылыуы. Сараға ҡаланан тыш, 24 ауылдан ағинәйҙәр килде. Йылы осрашыуҙа 3- сө мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Ағинәйҙәр ойошторған "Өләсәйем һандығы" тип аталған үҙенсәлекле сара -  өлкән быуындың йәштәргә халҡыбыҙ йолалары, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, оҫталыҡ серҙәрен тапшырыуҙы маҡсат итеп алғайны. Инәйҙәрҙең ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә иһә китапхана залын бер мәлгә сихри мөйөшкә әүерелдерҙе, үткәндәргә алып ҡайтты. Йыйылыштың икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр ағымдағы йылға эштәр планын төҙөнө, йәмғиәттәге көнүҙәк проблемаларҙы һәм уларҙы сисеүҙә ағинәйҙәрҙең халыҡ араһында тағы ла киңерәк ҡолас менән эшләү юлдарын барланы.  Замана уңайлыҡтарына күмелеп, юҡҡа сыға барған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү, ерҙе, илде, телебеҙҙе һөйөргә, һаҡларға  өйрәткән йолаларыбыҙға йән өрөп ебәреүҙе ағинәйҙәр төп бурысы тип һанай. 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.