Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Совет армияһының 100 йыллығына һәм Афғанистандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 29 йыл тулыу айҡанлы Батырлыҡ дәресе

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Совет армияһының 100 йыллығына һәм Афғанистандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 29 йыл тулыу айҡанлы Батырлыҡ дәресе үтте. Сарала Сәмиғулла Ғитиәт улы Йәнбәков һәм Зәлиә Йомағужа ҡыҙы Солтанова етәкселегендә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттары ҡатнашты.
Был Батырлыҡ дәресенең төп ҡунаҡтары булып яугир-интернационалистар: Вьетнам социалистик республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы Сәғит Шәрифйән улы Мирзин, Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан Ғәли Йосоп улы Үҙәнбаев, Афған һуғышында батырҙарса һәләк булған һәм үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған Аҡтау ауылы егете Йәрмөхәмәтов Әбдрәхмән Сәхиулла улының бер туған апаһы Йәрмөхәмәтова Зөлфиә Сәхиулла ҡыҙы, Таулыҡай ауылы егете Исмәғилов Рәфҡәт Шәфҡәт улының еңгәһе Сәлихова Кәүсәриә Исрафил ҡыҙы, егеттәрҙе физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур көс һалған мәғариф ветераны Ғүмәров Хәлил Зәбир улы ҡатнашты.
Ҡаланың Балалар ижады үҙәгенең өлгөлө “Мираҫ” фольклор ансамбле егеттәренең сығышы сараға йәм һәм дәрт өҫтәне ( етәксеһе Р.Ә.Бикбирҙина). Һәр бер сығыш яһаусы бөгөнгө сараның фәһемле, тәрбиәүи роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иғлан ителмәгән Афған, Чечня һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.