Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Әҫәрҙәрендә – ҡатын-ҡыҙ яҙмышы

Төрлө сығанаҡтар аша донъяларҙың ығы-зығылы була барыуын күҙәтеп, күңел шомлана төшә. Тап шундай минуттарҙа ҡулыңа һәйбәт китап алып, онотолғо килә. Шөкөр, әсә телебеҙҙә иҫең китеп уҡырлыҡ китаптар бар.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Ринат Камалдың әҫәрҙәрен донъяһын онотоп уҡымағандар һирәктер. Ул Башҡортостандағы ҡатмарлы һәм ауыр ваҡиғалар, халыҡ тормошо тураһында һөйләгән бихисап повестар һәм 12 роман авторы. “Таня-Таңһылыу”,  “Әлфирә” кеүек романдары һәм башҡа әҫәрҙәренең геройҙары тормош ауырлыҡтарын ҡыйыу йырып сыға, теләһә ниндәй хәлдә лә үҙҙәренең әхлаҡи нигеҙҙәренә тоғро ҡалып, кеше булып ҡалалар.

Танылған яҙыусы Ринат Камал һәм уның тормош юлдашы, йәш шағирә Зиниә Байназарова Баймаҡ районындағы уҡыусылары менән осрашыуға килде. Әйткәндәй, Зиниә беҙҙең яҡташыбыҙ, Икенсе Этҡол ауылы һылыуы. Осрашыу район төпкөлөндә урынлашҡан Ишейҙә башланып китте, унан Темәс ауылындағы модель китапханала дауам итте.

Ишейҙәр данлыҡлы яҙыусыны ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Уның әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәтте, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, мәктәп уҡыусылары ла, ағинәйҙәр ҙә, уҡытыусы-тәрбиәселәр ҙә – һәр ҡайһыһы йырлап та ишеттерҙе, бейеп тә күрһәтте. Билдәле әҙип тә ситтә ҡалманы, өҙҙөрә баҫып бейене. Зиниә Байназарова иһә бер туған ағаһы композитор Борис Хәйретдиновҡа ҡушылып йырлап  ишеттерҙе. Улар бергә башҡарған йырҙар бик оҙаҡ ҡолаҡта сыңлап торғандай булды. Ә инде ижадына килгәндә уның шиғырҙары тап ҡатын-ҡыҙҙың асылын сағылдыра.

Сараның тағы бер ҡунағы,  “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Г.С. Иҫәнгилдина икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә дәррәү яҙылырға саҡырҙы.

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.