Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Әҫәрҙәрҙә – тормош асылы

Райондың төпкөлдә генә урынлашҡан Йылым ауылын быға тиклем күргәнем юҡ ине. Урманға һыйынып ултырған матур ғына ауыл икән. Ике яҡлы өй рәүешендә эшләнгән мәсеттәре иркен дә, ҡотло ла. Ауылда уҙғарылған саралар йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ көсө менән атҡарылып сыға. Ә Йылымда барлығы 105 гүзәл зат йәшәй. Шуларҙың 30-ы хужабикә булһа, 14-е ауылда йә ҡырҙа эшләй, 26-һы хаҡлы ялдағылар, 7 студент, 24 уҡыусы (12-һе ауылда, 12-һе ҡырҙа уҡый). Иң оло йәштәге инәйгә быйыл 90 йәш тула: ул Мөкәрәмә Ишбирҙина. Иң йәшенә бер йәш – Илмира Кейекбирҙина. Күп балалы ғаиләләр тураһында ла яҙып үтмәй булмай. Сулпан һәм Разгил Кейекбирҙиндар – 5 бала, Рәмилә һәм Юлай Байтуриндар 4 бала үҫтерә. Етем балаларҙы уллыҡҡа алғандар ҙа юҡ түгел. Шулай Әсмә һәм Ғәйнислам Ишбаевтар ике ҡыҙ баланы – Фирүзә һәм Илүзәне, Рәшиҙә һәм Фуат Ҡорбанғоловтар ике малайҙы – Йәмил һәм Юлмөхәмәт Сирбаевтарҙы тәрбиәгә алған.

Эйе, әсә булыуҙан да олораҡ бәхет юҡ. Быны олоһо ла, кесеһе лә яҡшы аңлай. Бәләкәс кенә ҡыҙсыҡ ҡурсағын төрөп уйнаһа, еткән ҡыҙҙар кейәүгә сығып бала табырға хыяллана. Ололар иһә ейән-ейәнсәрҙәренең донъяға килеүен ашҡынып көтә. Был тәбиғәттән һалынған күренеш. Район китапханаһы иғлан иткән “Һәр бала – илгә бүләк” акцияһы сиктәрендә Йылым ауылы мәсетендә “Ҡатын-ҡыҙҙың күрке – әсә булыуҙа” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү уҙғарылды. Сараға ололар ҙа, йәш кенә ҡыҙ балалар ҙа йыйылды. Уны район китапханаһы методисы С.М. Иҙелбаева ойошторһа, уға Ишбирҙе мәктәбенең Йылымдағы филиалы мөдире Зилә Мостафина ярҙам итте. Шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүгә Баймаҡ “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы С.М. Иҫәнғолова менән Аҡморондан абыстай К.С. Хәләфетдинова ла килде.

Был һөйләшеү икенсе төрлө булды. Киң популярлыҡ яулаған, танылған яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның, Рәлис Ураҙғоловтоң, Айгиз Баймөхәмәтовтың ғибрәтле яҙмышлы героиняларын тормоштан эҙләнеләр.  Ундайҙар Йылымда ла бихисап икән. Мәҫәлән, Г.Ғиззәтуллинаның “Һаумы, әсәй!” әҫәренән тәүге саф тойғоло мөхәббәтенән алданып ҡалған Гөлнара образы мәсеткә йыйылыусыларҙы тәрән уйға һалды. Улар хисләнеп тәүге тапҡыр ҡулына сабыйын алған йәш әсәләргә йәлләмәйсә кәңәштәрен өләшә башланы. “Иң тәүҙә үҙеңде яратыр кәрәк. Ул сағында һине лә яратырҙар”, – тип мөйөшкә генә һыйынышып ултырған ҡыҙсыҡтарға өндәштеләр. Йәш кәләштәрҙе иһә түҙем булырға өндәнеләр: “Йәштәр хәҙер иркәрәк булып үҫә. Шуға ла тәүге ауырлыҡтарҙы уҡ күтәрә алмай, айырылышыу яғын ҡарайҙар. Ғаилә нигеҙе сабырлыҡта һәм бер-береңде хөрмәт итә белеүҙә.”

37 йыл уҡытыусы булып эшләгән, әле хаҡлы ялдағы Сәкинә Иҫәнғолова ағинәй булыу өсөн кәрәк булған тәүге принциптарҙы аңлатып үтте: “Кеше тәүҙә ғаиләлә, унан урамда хөрмәт ҡаҙанырға тейеш. Күңелдә изгелек осҡонон һаҡлап, уны тирә-яҡҡа таратырға кәрәк”, – тине.

Сарала ҡатнашҡан берҙән-бер ир-егет Ишбирҙе ауылы биләмәһе башлығы Мансур Салауат улы Вәлишин ошондай һөйләшеүҙең тап Йылымда үтеүенә шатлығын белдерҙе һәм ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итергә кәрәк, көсһөҙ затҡа ҡул күтәреүҙе иң насар һыҙаттарҙың береһе, тип билдәләне: “Киләсәктә балалар матур булып үҫһен өсөн уларҙың әсәһен ихтирам итергә кәрәк”, – тине. Тап ошо урында һөйләшеү ирекһеҙҙән ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт тураһында башланып китте. Көнһылыу абыстай Хәләфетдинова ҡыҙғаныу тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте: “Бала саҡтан тәрбиә булмағас, ҡыҙҙар еңел генә кейәүгә сығып китә. Ете быуын түгел, яҡын туған-ырыуын да ҡараусы юҡ бит”, – тине әсенеп. Ҡыҙғаныу, хыянат... Ҡайһы саҡта ғаиләлә ошондай кире күренештәр ҙә осрап ҡуя. Шулай ҙа хыянатты кисереп буламы? Был һорауҙан хатта ауылдың ағинәйҙәре ҡаушап ҡуйҙы. Унан: “Олоғайғас юҡҡа ғына ир кеше ғаиләһен ташлап сығып китмәй. Тимәк, уның йәшлектә үк ундай уйы булған. Башта ул балаларын етем итмәҫкә тырыша, унан балалар үҫеп еткәс, сыға ла китәлер инде. Эйе, ҡатын – ул иң тәүҙә әсә кеше. Ошо бурысты атҡарған бер мәлдә ул, бәлки, ирен “онотоп” та ебәрәлер инде. Шулай ҙа нисек кенә ауыр булмаһын, ҡатын-ҡыҙ икәнеңде оноторға ярамай. Иртән тор ҙа сәсеңде тара, йөҙ-ҡиәфәтеңде тәртипкә килтер. Ул сағыңда ирең дә йәш саҡтағылай һине яратып торор”, – тип йәштәргә кәңәш өләшергә ашыҡты улар.

Ир менән ҡатын, килен менән ҡәйнә, ҡыҙ менән әсә мөнәсәбәте лә төп урынды алып торҙо был һөйләшеүҙә. Ауылдарында ҡәйнәһенә ҡул күтәргән килендең дә булыуын әсенеп һөйләне улар. Сара тамамланыу менән ул киленде күреү өсөн өйөнә ашыҡтыҡ. Тик, үкенескә, бәлки, ҡыуанысҡалыр, килен кеше өйҙә булмай сыҡты. Ҡәйнәһенең мал өйөндә быҙауы менән бергә йәшәүен күреп йөрәк һыҡтап ҡуйҙы. Бер мәл улы үҫеп етеп, ул килен дә ҡәйнә булыр. Ҡыҙғаныс, уның үҙен дә тап ошондай ҡартлыҡ көтә түгелме?

Сара һуңында ауылдың дүрт ҡаһарманы – Бөйөк Ватан һуғышы тыл ветерандары Бибисара Һибәт ҡыҙы Кейекбирҙина, Миңлевафа Ҡотлоәхмәт ҡыҙы Фәйезова, Гөлсөм Рәхмәтулла ҡыҙы Рәхмәтуллина һәм Мөкәрәмә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Ишбирҙина Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Тыл ҡаһармандарын тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә яҙһын, тип теләйек.

Эльмира Харисова.

Автор фотоһы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.