Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon  “Тере шишмә” акцияһы положениеһы

                               “Тере шишмә” акцияһы положениеһы

       Һыу- тормош сығанағы. Борон- борондан һыу бәреп сыҡҡан ер изге урын һаналған. Уның йәшәү көсө тураһында ата-бабаларыбыҙ төрлө легендалар ижад иткән. Ер күкрәгенән урғылып сыҡҡан шишмә һыуы тәнгә көс, йәнгә тыныслыҡ бирә, күп төрлө сирҙәргә шифа, тиҙәр. Шишмә һыуының төҙөлөшө лә үҙенсәлекле. Эксперттар фаразлауынса, Ер шарында таҙа һыу нефттән ҡала иң ҡиммәтле тауар буласаҡ.

Районыбыҙ йылға-күлдәргә,шишмәләргә бай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ауыл биләмәләрендә шишмәләр ташландыҡ хәлдә. Уларҙы тәртипкә килтереүгә әллә ни ҙур сығымдар талап ителмәһә лә, иғтибарҙан ситтә ҡалалар. Йәшәйеш сығанағы булған шишмәләребеҙҙе, ҡоҙоҡтарыбыҙҙы  ҡәҙерләп һаҡлау- һәр кемдең изге бурысы.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡылары йылы сиктәрендә ауыл китапханалары араһында “Тере шишмә” исемле акция иғлан итә. Акция июнь- август  айҙарында үткәрелә. Акция тәбиғәт байлыҡтарын ҡәҙерләп һаҡлау, киләсәк быуынға саф килеш еткереү, ауылдарыбыҙҙың ҡото булған шишмәләребеҙҙе төҙөкләндереү, йәмен арттырыу маҡсатында ойошторола.

 Акция талаптары:

- һәр ауылда ташландыҡ хәлдәге бер  шишмәне, йәки ҡоҙоҡто тәртипкә килтереү: шишмәнең һыу юлын,тирә яғын таҙартыу, зауыҡлы кәртәләү,һ.б.

-сараға китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр”, ”Атайсал”, “Таңсулпан”, ”Шоңҡар” клубтары ағзаларын, әүҙем китап уҡыусыларҙы, ауыл халҡын йәлеп итеү

- башҡарылған эштәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт,  А-4 форматында фотоколлаж әҙерләү һәм китапханалар эшен ойоштороу һәм үҫтереү бүлегенә тапшырыу.

Шифалы, көмөш һыулы  шишмәләребеҙ  кешеләргә хеҙмәт итһен, үҙенә әйҙәп торһон өсөн иғлан ителгән  “Тере шишмә”акцияһына йомғаҡ йыл аҙағында яһаласаҡ,  иң әүҙем ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк.

 

                                                    Китапханалар эшен ойоштороу һәм үҫтереү бүлеге

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.