Батыр ирҙән ҡала дан-аманат, Бахыр ирҙән ҡала яманат. - Хәсән Назар
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Урал батыр Урал батыр бөрккән тереһыуҙай... йәки Күңелдәрҙе нурландырған сара


Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә үткән иртәлектәрҙә Баба-Яга, Кащөй Бессмертный, Незнайка кеүек урыҫ персонаждарының баҫып алыуы, туйҙарҙа һыу юлы башлау кеүек матур йоланың маскарадка әйләнә барыуы, туйҙарҙың бер кистә үтеп коҙа хоҙаны, туған туғанды бөлмәй, айырылышыуҙарҙың күбәйеүе эсте бошорған бер мәлдә яңы рак үҙәк район китапханаһында үткән ағинәйҙәр йыйыны, Урал батыр бөрккән тереһыу тамсылары кеүек, тындарҙы иркенәйтеп ебәрҙе. Шөкөр, рухыбыҙ тере икән әле!

Йыйында каланың Ағинәй¬ҙәр" коро райондың ағинәйҙә- рен хунакҡа саҡырып, "Халҡым-дың гәүһәр ынйылары" исемле күрһәтеү сараһын тәҡдим итте. Унда ағинәйҙәрҙән тыш 1-се мәктәп һәм 4-се лицей уҡыусы¬лары ла әүҙем ҡатнашты.
Кисә башланырҙан алда һәр кем халыҡ ижады үҙәгенең "Кү¬ңелем биҙәктәре" оҫтабикәләр түңәрәге эшләгән күҙҙең яуын алыр ҡул эштәрен тамаша ҡыл¬ды. Райондың "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимерова йыллыҡ эшкә хисап яһап үтте. Ярат ауылы ағинәйе Гүзәл Мо-насипова "Башҡорттарҙың Ко¬дексы", йәғни ысын башҡорт¬тоң ниндәй булырға тейешлеге хаҡында бәйән итте. "Күңелем биҙәктәре" түңәрәге етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина үҙҙәренең маҡсаты, эшмәкәрлеге тураһын¬да һөйләне һәм ағинәйҙәр ме¬нән берлектә эшләргә саҡыр¬ҙы. Ниғәмәт ауылы ағинәйе Фәү- зиә Мөхәмәтшина үҙ сығышын¬да ҡыҙҙарға һәм ҡурсаҡтарға милли кейемдәр тегергә өндәне.
Төп кисә башҡорт халыҡ ижадына арналды. Ул сәсәндәр сығышы менән асылды. 3-сө мәктәптең"Шатлыҡ" фольклор берекмәһе сәсәндәре Таһир Ғүмәров һәм Данияр Сафиуллин (етәксеһе Рәшиҙә Иҙелбаева) мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр" эпосынан өҙөктө һөйләп ишеттерҙе. Артабан "Атайсал"ҡоро етәксеһе, үҙешмәкәр композитор Борис Хәйретдинов ҡобайырҙар, эпостар менән таныштырып, үҙе ижад иткән "Баймаҡ" ҡобайырын башҡарҙы. Клара Ырыҫбаева мәҡәлдәр менән таныштырып, уҡыусылар өсөн уйындар тәҡдим итте - Клара Нуретдин ҡыҙы мәҡәлдәрҙең башын әйтһә, уҡыусылар уны дауам итте. Зирәктәр төрлө бүләктәргә лайыҡ булды.
Йырҙар жанры менән 2-се мәктәп уҡытыусыһы Зилә Әл¬мөхәмәтова таныштырып, Юнир һағынбаев репертуарынан "Ғү¬мер алма түгел" йырын бик дәртле итеп башҡарһа, Туй¬мазыла үткән "Оҙон көй-2005" республика конкурсында өсөнсө дәрәжәле диплом менән бүләк- ләнгән Гөлбаныу инәй Сәйфет¬динова халыҡ йырын бик моңло итеп башҡарҙы.
Легенда-риүәйәттәр жанры¬на үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбае¬ва "сәйәхәт" ҡылып, башҡорт халҡының визит карточкаһы булған "Ете ҡыҙ" бейеүе хаҡын¬да һөйләне. Сәкинә Иҫәнғо¬лова менән Зөһрә Юнысова, әйтеш жанрына мөрәжәғәт итеп, "Бер тигәс тә ни яман?..", "Бер тигәс тә ни яҡшы?.." тип әйте- шеүе дәррәү алҡыштарға кү¬мелде. Таҡмаҡ жанрына хатта бейеү ҙә ҡушылып китте - Миңзифа Шәрәфетдинованың таҡмағы аҫтында Фәниә Хәби¬буллина таҡмаҡла й-таҡмаҡла й бейеп тә китте. Ә инде ағи- нәйҙәрҙең "Артыҡбикә" әкиә¬тенән өҙөктө сәхнәләштереүе үтә лә тәбиғи килеп сыҡты - ҡыҙҙар тәүҙә Артыҡбикә исем¬ле ҡыҙҙы һыйҙырмай маташһа, аҙаҡ эшлекле ҡыҙҙан үпкәлә- теүҙәре өсөн ғәфү үтенеп, әхи¬рәттәргә әүерелеүе күңелгә ныҡ
Ағинәйҙәрҙең йыйынында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадр¬ҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡатнашты. Ул, бындай тәрбиәүи әһәмиәтле сара һәр мәктәптә, һәр ауыл биләмәһендә үтһен ине, тигән теләк белдерҙе, ра-йон тормошо менән таныш¬тырҙы, ағинәйҙәрҙең һорауҙа¬рына яуап бирҙе.
... Күңелдәрҙе нурландырған үтә лә рухлы сараның тәьҫире һаман да йөрәктә йәшәй әле. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ха- лыҡ ижадына мөрәжәғәт итеү - иң дөрөҫ юлдыр һәм, ошо һуҡмаҡтан тайпылмай, килә¬сәктә лә уны маяҡ итеп йә¬шәргә лә йәшәргә ине, тип теләге килә.
Айгөл Иҙелбаева.
"Һаҡмар" газетаһы хәбәрсеһе

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.