Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Урал Мустафин


Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана

УРАЛ МОСТАФИН

Батыр Вәлид премияһы лауреаты

 

Библиографик күрһәткес

 

 

          Баймаҡ-  2011

 

Донъя – кереш һәм ян,

Ғүмер – атылған уҡ!

Кемдәр осоп талған,

Кемгә форсаты юҡ…

 

Урал Сабирйән улы Мостафин Икенсе Этҡол ауылында 1951 йылдың 17 ғинуарында тыуған. 1996 йылда ошо ауыл мәктәбен, артабан 1-себашҡорт интернатын, 1973 йылда авиация институтын тамамлай. 1973-1975 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Шул дәүерҙә Юрий Гагарин уҡыған авиация училищеһында хәрбиҙәрҙе уҡыта. Армия хеҙмәтенән һуң бик күп яуаплы эштәрҙә эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ҡыҙыл пролетарий» заводында инженер – конструктор булып танкылар, самолеттар двигателдәре төҙөү буйынса эшләй. 1982 йылда ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһына күсеп ҡайта. Район хакимиәтенең төҙөлөш, сәнғәт, транспорт бүлеге мөдире, кирбес заводында баш технолог, ремонт – техник предприятиеһы директоры вазифаларын башҡара. Әммә яҙмыш уны ҡаты һынауҙарға дусар итә. 1994 йылда Баймаҡ – Сибай юлында авария һөҙөмтәһендә умыртҡа һөйәге имгәнә. Әммә Урал Мостафин төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙ эсенә бикләнмәй, киреһенсә, кешеләргә ылыға, уларға күңел донъяһын асып, шиғырҙар яҙа башлай.

Урал Мостафиндың шиғри донъяһы бик үҙенсәлекле. Уның ижады үҙ яҙмышы, күргән-кисергәндәре менән тығыҙ бәйләнгән.

2000 йылда Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә «Йәш шағирҙар тауышы» серияһында баҫылған «Нур усағы» тигән дөйөм йыйынтыҡта Урал Мостафиндың «Тәүбә тәсбихем» тигән китабы нәшер ителгәйне. Ә 2002 йылда «Йәшәү - яҙмыш», 2005 йылда «Илһам көсө» тигән айырым йыйынтары донъя күрә. 2003 йылда Батыр Вәлид премияһына лайыҡ була. 2010 йылда «Ғүмер – атылған уҡ» йыйынтығы нәшер ителде.

Автор үҙенең шиғырҙарында уй-хистәр, һағыштар менән тауҙарға күтәрелә, йылғалар кисә, йәйге кистәргә һоҡлана, көҙҙәргә баға, тыуған яҡтарының туғайҙарын, урмандарын гиҙә, төрлө уйҙарға сума.

 

Урал Мостафиндың китаптары

 

1.      Тәүбә тәсбихем: Шиғырҙар // Нур усағы.-Өфө, 2001, -389-416 б.

2.      Йәшәү яҙмыш: Шиғырҙар.- Сибай, 2002.

3.      Илһам көсө. Шиғырҙар, робағиҙар.-Өфө: Китап, 2005.-с.220.

4.      Ғүмер – атылған уҡ.-Өфө: Китап, 2010.-   б.

 

Урал Мостафин тураһында мәғлүмәттәр

     

1.            Шиғырҙар // Башҡортостан.- 2000.-15 июль.

2.            Сердца горячее биение // Баймакский вестник.- 2001.-16 января.

3.            Тажетдинов Л. Бәхетем дә барҙыр әле… // Һаҡмар.- 2001.-13 октябрь.

4.            Шиғри биҙәктәр // Башҡортостан.- 2002. -216.

5.            Мин һағынам һине: Шиғырҙар // Баймаҡ – Илеш.

6.            Иҙрисова Г. Ғазаптан яһалған шиғриәт // Атайсал.-2002. – 29 ғинуар.

7.            Искужин Б. Тәсбих таштары араһында // Башҡортостан. -2002.-149.

8.            Сафина З. Жизнь – судьба // Баймакский вестник.- 2002. – 8 август.

9.            Тажетдинов А. Баймаҡ Корчагины //Атайсал.- 2002.-6 декабрь.

10.        Ҡотләхмәтова С. Күңелдәрҙе сафландырҙы ижады // Йәшлек.- 2002.-23.

11.        Ижад үрҙәре, ай – һай, бейек…// Һаҡмар. - 2003.-20 март.

Фотоларҙа – ғүмер миҙгелдәре

Мәктәп йылдары. 1962 й.

Мәктәп йылдары. 1962 й.

Әрме сафында

Янып-көйөп йөрөгән саҡтар

 

Улдары – ике ҡанаты

Ейәнсәре - йыуанысы

 

А.Игебай, У.Мостафин, Ҡ.Аралбай, Ғ.Баймурзин. 2000 й.

Х.Назар, У.Мостафин. 2005 й.

Дуҫтар менән тыуған көнөндә. 17 ғинуар, 2000й.

“Бәхет шишмәһе”, апрель, 2003й. Р.Түләк, Ә.Үтәбай, У.Мостафиндар менән осрашыу

“Минең фәрештәләрем”,-ти Урал Мостафин. Л.К.Дәүләтшина һәм Г.Г.Янбаева менән, июль, 2009 й.

У.Мостафин, Л.Яҡшыбаева, 7 май, 2007 й.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында. март, 2003й.

Кеше күрке – йөҙ

Йәйҙең күркен төҫләндереп,

Дөрләп килә көҙ.

Көҙҙәр кеүек килер өсөн

Күркәм булһын йөҙ.

 

Камиллыҡҡа ынтылғандың

Барған юлы төҙ.

Күркәмлекте күреү өсөн

Йөҙгә кәрәк күҙ.

 

Хис-тойғолар уынмаһа,

Күркәм төҫ тә - көл.

Тойғоларҙы сағылдырған

Уйға кәрәк тел.

 

Күҙҙәр, уйҙар, телдәгене

Моңға һалған – һүҙ.

Хаҡ булһа ла, яҙ күргәнде

Ҡысҡырмайҙар көҙ.

Йәшәү – бәхет

Юлым урау, юлым ауыр булыр,

Мин килермен, әгәр һин көтһәң.

Йөрәгемдә мөхәббәтем һулыр,

Уйыңда ла хыянат итһәң.

 

Көндәребеҙ аяҙ, йылы булыр,

Йөҙҙәребеҙ мөлөйем булһа,

Төндәребеҙ наҙға, моңға тулыр,

Тәндәребеҙ йылыһын тойһа.

 

Йәшәү еңел, йәшәү бәхет булыр,

Йәндәребеҙ аңлашып торһа.

Ғүмеребеҙ шатлыҡ менән һулар,

Күңелебеҙ гел алсаҡ булһа.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.