Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан яугир-интернационалистар менән осрашыу.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурысын үтәгән яугир-интернационалистар –Туңғатаров Рәсүл Әсғәт улы, Әминев Хөснөтдин Хөснулла улы Урал аръяғы аграр сәнәғәт колледжы студенттары һәм ҡаланың өсөнсө урта мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Сарала район ағинәйҙәре ҡоро ағзаһы, мәғариф ветераны Сәкинә Мортаҙа ҡыҙы Иҫәнғолова, элекке ҡаланың 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Ғүмәров Хәлил Зәбир улы, район ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары Чипенко Геннадий Яковлевич ҡатнашты. Балалар ижады үҙәгенән Рәйлә Бикбирҙинаның тәрбиәләнеүселәре һәм Дмитрий Фадеев башҡарыуындағы йырҙар сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.Яугир интернационалистарға  иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сараны  китапхана хеҙмәткәрҙәре Сәрүәр Иҙелбаева һәм Елена Викторова юғары кимәлдә алып барҙы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.