Батыр ирҙән ҡала дан-аманат, Бахыр ирҙән ҡала яманат. - Хәсән Назар
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Яҡтылығың ҡалды күңелдә. Шағир – фронтовик Хөсәйен Ҡунаҡбайға 12 февралдә 100 йыл тула.

     Яҡтылығың ҡалды күңелдә.

Шағир – фронтовик Хөсәйен Ҡунаҡбайға 12 февралдә 100 йыл тула.

Һәр бер эштә, һәр бер фронтта

Мин һаман да эшләп йөрөрмөн.

Аҡылымдың һуңғы яҡтыһын

Һәм ҡанымдың һуңғы тамсыһын

Илем, халҡым өсөн бирермен.

 

Шағир Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Таһир ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Әхмәтйән ағайҙың ғаиләһендә Хөсәйен яңғыҙ бала булмай. Уның ир еткән игеҙәк ағалары һәм әсәһе Мәрхәт апай тифтән, тағы игеҙәк үҫмер Ғайса, Муса исемле ике ағаһы 21-се аслыҡ йылында вафат булалар. 6 ир баланан Әхмәтйән ағайҙың берҙән-бер өмөтө, күҙ терәп ҡалғаны – Хөсәйен була.

Хөсәйен бик йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, ауыл байҙарында көтөүсе булып йөрөй.

Һаҡмар йылғаһы буйында тыуып-үҫеп, шул йылғала көндәр буйы балыҡ һөҙөп уйнауҙар оҙаҡҡа бармай, уны Билалда асылған балалар йортона бирәләр. Хөсәйен Ҡунаҡбай менән бергә уйнап үҫкән, аулыбыҙҙан сыҡҡан 2-се яҙыусы Сәләх Кулибай үҙенең «Төрлө һуҡмаҡтар» исемле китабында бала саҡтары тураһында яҙған.

Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ауылда балалар уҡыта. Бер аҙ ваҡыт Бөрйән районында волисполком секретары, Иҫке Монасип ауылы мәктәбе мөдире булып эшләй.1930 йылда Х.Ҡунаҡбай Өфөгә килә. Ләкин ҡайҙа ғына йәшәһә лә, эшләһә лә, ул йәмле Һаҡмар буйҙарын онота алмай.

Өфөлә ул «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһы редакцияһында эшләй. Шунда бер юлы Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай.

Артабан Хөсәйен Ҡунаҡбаев Дәүләкән, Стәрлетамаҡ педучилищеларында рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Һуғыш… 1941 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы…

Әле тормоштан йәм табып, илһамланып ижад итер мәлендә генә Хөсәйен Ҡунаҡбайға ҡәләмде штыкка алмаштырырға тура килә. Ул һуғышҡа үҙе теләп 1942 йылда китә. Һуғышҡа киткән сағында Тыуған иленә, халҡына ант рәүешендә “Минең антым” шиғырын яҙа.

Эйе, ысынлап та ул аҡылының һуңғы яҡтыһын, ҡанының һуңғы тамсыһын иле, халҡы өсөн бирҙе. 1943 йылдың февраль айында Курск өлкәһендәге Ново-Оскол районы Ольховатка ауылы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була.

Ләкин шулай ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә ул әҙәбиәтебеҙҙе күп кенә шиғырҙар менән байытып китте. Үҙе тере саҡта уның 3 китабы донъя күрә.

1) “Дуҫлыҡ тураһында йырҙар”. Шиғырҙар. Өфө,1935 й.

2) “Хәтимә”. Шиғырҙар. Өфө, 1936 й.

3) “Минең антым”. Шиғырҙар. Өфө, 1940 й.

4)  Ә дүртенсе китабы 1957 йылда баҫылып сыҡты – “Шиғырҙар”. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1957 й.

Был шиғри йыйынтыҡтар Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың Тыуған иленә, халҡына ҡалдырған бүләге. Шик юҡ, уның әҫәрҙәрен уҡыусылар, китаптан үҙҙәренә күп кенә рухи аҙыҡ алырҙар. Ватанды, тыуған халыҡты янып һөйә белеүҙең ысын өлгөләрен табырҙар, тип ышанам.

Хөсәйен Ҡунаҡбай үҙенең ижады сәскә атҡан, камиллашҡан, ҡанатлы таланты киң ҡолас киргән ваҡытта һәләк булды. Ул ижад емешенең бик аҙ өлөшөн халыҡҡа бүләк итеп өлгөрҙө, уның күңелдән яҙылған һәм әле аҡ ҡағыҙға күсереп тә өлгөрмәгән күп шиғырҙары уҡыусыға килеп етә алманы. Ләкин ул талантлы шағир булып беҙҙең күңелдәрҙә ҡалды һәм ҡаласаҡ.

                                                               Рәүилова Нәркәс

Таһир ауылы китапханасыһы

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.