Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Яңы уҡыу йылы башланыу менән Рәсәй тарихы йылы сиктөрендө 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап район буйынса үткәрелгән эстафета дауам итә. 3 сентябръ көнө Әхмәр ауылы делегацияһы эстафета альбомын тапшырыу ниәте менән Сосновка ауылына килде.

Яңы уҡыу йылы башланыу менән Рәсәй тарихы йылы сиктөрендө 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап район буйынса үткәрелгән  эстафета дауам итә. 3 сентябръ көнө Әхмәр ауылы делегацияһы эстафета альбомын тапшырыу ниәте менән Сосновка  ауылына килде. Ҡунактарҙы ауыл клубында фольклор төркөмө йыр-бейеү, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ауыл китапханаһы һәм клуб менән танышҡандан һуң ҡунаҡтар мәктәпкә юл алды. Улар бында иң тәүҙә музейҙа булды. Музей етәксеһе Ҡаһарманова Зәлифә Хәйри ҡыҙы үҙҙәренең данлыҡлы ауылдашы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхинға арналған бүлек менән таныштырып, арҙаҡлы  яҡташыбыҙҙың тормош һәм хеҙмәт юлы, ғаиләһе,хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында ентекләп һөйләне. Геройҙың тормош юлдашы Вәлимә апай Яхина ла үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Мәктәп музейында  фиҙаҡәр хеҙмәте менән Баймаҡ данын күтәреүсе яҡташыбыҙҙың шәжәрәһе, фотолары, шәхси әйберҙәре, наградалары бергә тупланып  ҡуйылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Музейҙың икенсе  бүлегендә ата-бабаларыбыҙҙың тормошон сағылдырған көнкүреш әйберҙәре, милли кейем өлгөләре урынлаштырылған. Хәҙерге ваҡытта һирәк осраған был ҡомартҡыларҙы,  ауыл тарихын тергеҙгән   стендтарҙы ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты. Музей экспонаттарын бөртөкләп йыйып,  ҡәҙерләп һаҡлаусы З.Х.Ҡаһарманованың  изге эше тик маҡтауға лайыҡ. Тик бөтә был материалдарҙың  бәләкәй генә бүлмәләрҙә тығыҙлап урынлаштырылыуы  ғына күңелгә ятып бөтмәй.

1812 йылғы Ватан һуғышына арналған эстафетаның төп өлөшө Сосновка мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары, “Атайсал” клубы ағзалары ҡатнашлығында үтте. Сараны ауыл китапханасыһы Әхмәтйәнова Р.М. йәнле итеп алып барҙы.Иң тәүҙә ул ауылдың бөгөнгө хәле тураһында һөйләп китте. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ҡаһарманова З. Х. ауылдың тарихы менән таныштырҙы. Сосновканың 1929 йылда, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү ваҡытында барлыҡҡа килгән райондың сағыштырмаса йәш ауылдарының береһе булыуына ҡарамаҫтан, бик күп хеҙмәт алдынғылары менән дан тотоуы  тураһында әйтеп китте. Ҡунаҡтарға яңыраҡ ҡына ойошторолған фольклор  ансамбле үҙҙәре сығарған  таҡмаҡтарын.мәғариф ветераны Алһыу Ғүмәр ҡыҙы Мәхмүтова  Шәл бәйләнем бейеүен бүләк итте. Тарих уҡытыусыһы  Буранбаева Г.Н. ойошторған “ Аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар” (Умники и умницы) уйыны ла 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап үткәрелде. Артабан һүҙҙе ҡунаҡтар алды. Әхмәр ауылы “ Атайсал” клубы рәйесе Кәримов Ирек Имаметдин улы үҙенең сығышында 300 йыллыҡ тарихлы Әхмәр ауылының үткәне тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе. Әхмәр мәктәбе уҡытыусыһы Кәримова Земфира Һиммәт ҡыҙының сығышы ла бик фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Земфира Һиммәт ҡыҙы Әхмәр ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең тоҡомдары” исемле фәнни тикшеренеү эштәре алып барған, архив материалдарын ҡулланып 1812 йылда Әхмәр ауылынан һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр Әбделхалик Әхмәров, Сәлих Әбдисов, Йәрмөхәмәт Ишемғоловтарҙың шәжәрәләрен тергеҙеүгә күп көс һалған, уларҙың тоҡомдары тураһында бай мәғлүмәт туплаған. Күңел ҡушыуы буйынса ошондай ҙур хеҙмәт башҡарған З.Һ.Кәримованың  эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ. Шулай уҡ Әхмәр клубы хеҙмәткәре Гөлназ Аҡназарова һәм бәйет, мөнәжәттәр оҫтаһы Айһылыу апай Харрасованың йырҙары сараға йәм өҫтәне. Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы  Шәғәлин Садыҡ Хөснияр улы шундай бай йөкмәткеле сығыштары өсөн Әхмәрҙәргә рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Л.Ҡ.Дәүләтшина ошондай сараларҙың әһәмиәте тураһында әйтеп китте. Ысынлап та, эстафета үткән һәр ауылда яңы тарих биттәре,  әлегә тиклем билдәле булмаған исемдәр асылыуы, районыбыҙ тарихына яңы мәғлүмәттәр өҫтәлеүе ҡыуаныслы.                                

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.