Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon “Яҡташ яҙыусылар “ аҙналығы быйыл да күңелдәрҙә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 

Йә“Яҡташ яҙыусылар “ аҙналығы быйыл да күңелдәрҙә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.мле май айында йыл да Баймаҡ биләмә ара үҙәк китапханаһы  тарафынан үткәрелеп килгән яҡташ яҙыусылар аҙналығы үтеп тә китте. Һәр китапханала көн һайын районыбыҙҙан сыҡҡан яҙыусыларҙың тормош юлына һәм ижадына арналған төрлө саралар ойошторолдо.Аҙналыҡ маҡсаттарына ярашлы  Баймаҡ районының әҙәби картаһы буйынса сәйәхәт, яҡташтарыбыҙҙың китаптары буйынса әңгәмәләр, викториналар,шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре, яңы ғына донъя күргән китаптарҙың исем туйҙары,актуаль әҫәрҙәр буйынса түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр,әҙәби-музыкаль кисәләр,осрашыуҙар үткәрелде.

Аҙналыҡ Билал,Күгиҙел,Өмөтбай,Темәс ауылдарында балалар китаптары авторы, “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәре  Гөлнара Мостафина  һәм  үҙәк китапханала билдәле драматург Әминә Яхина, шағир Фәнис Сирбаев, Насип Һаҡмаров ,”Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе ағзалары менән осрашыуҙарҙан башланып китте.Осрашыуҙа ҡатнашыусылар  яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың  ижади эшмәкәрлеге, тормош юлы  менән яҡындан танышты,  ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап тапты. Аҙналыҡ барышында шулай уҡ  Ҡуянтау, Урғаҙа ауылдарында  шиғри йыйынтыҡтар,китаптар авторҙары Константин Лапин, Ниғәмәттә һәм балалар китапханаһында Рәйсә Иҫәнбаева, Ишмырҙа ауылында Борис Хәйретдинов, Кәрешкәлә Тәнзилә Йәнтилиналар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Үҙәк китапханала, Ҡаратал,Мерәҫ ауылдарында популяр китаптар авторы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән осрашыу кисәләре әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Сыңғыҙ ауылында үткән  күренекле шағир,арҙаҡлы яҡташыбыҙ  Рәйес Түләктең хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә  Өфөнән билдәле  яҙыусылар Сабир Шәрипов, Рәлиф Кинйәбаев, Әхмәр Үтәбайҙарҙың килеүе сараның мәртәбәһен арттырҙы. Буранбай ауылында  үткән Рамаҙан Үтәғоловтың “Буранбай сәсән” китабының исем туйында ла Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Осрашыуҙарҙан тыш һәр китапханала  яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың  ижады менән яҡындан таныштырыу маҡсатында  бик күп саралар ойошторолдо. Уларҙа өлкәндәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән,теләп  ҡатнашты. Кәрешкә, Билал, Темәс, Әбделкәрим, Күсей, Ишмырҙа,Ишмөхәмәт китапханаларында  Абдулхаҡ Игебаев ; Әхмәр,Ҡолсора,1-Этҡол,Түбә,Билал,Таһир китапханаларында Таңсулпан Ғарипова; Төркмән,Ярат,Ишмөхәмәт,Байыш китапханаларында Буранбай Искужин;   Ярат, Таулыҡай, Буранбай китапханаларында Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай; Урғаҙа,1-Этҡол,Бөрйән-Йылға китапханаларында Гөлнара Мостафина;  Ҡолсора,Төркмән,2-се Этҡол,Бөрйән Йылға китапханаларында Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева;  Ишбирҙе,Бөрйән йылға,Иҫке Сибай,Урғаҙа, Билал, Байыш китапханаларында Рәзилә Рыскужина;  1-Этҡол,Бөрйән Йылға китапханаларында Фирүзә Абдуллина ; 2-се Этҡол, Билал китапханаларында Урал Мостафин;  Әхмәр китапханаһында Урал Газин ; Ҡолсорала Аҫылғужа Баһуманов;Темәстә Азамат Ҡәҙерғолов; Йомашта Лилиә Ҡәйепова,Нияз Алсынбаев; Әбделкәримдә Хәбибулла Ғәбитовтың  ижадтары һәм тормош юлы буйынса әҙәби саралар, Ниғәмәт,Кәрешкә,Төркмән,Темәс,Ҡаратал, Иҫке Сибай,Ишбирҙе китапханаларында Т.Ғарипованың “Һабаҡ”,”Оло юлдың башы” әҫәре буйынса түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр; Байышта ”Яҡташтарҙан әҙәбиәткә аманат” исемле  “алтын тирмә” уйыны; Түбә, Ярат китапханаларында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе; 1-Этҡол,Ишмөхәмәт,Түбә китапханаларында викторина, һ.б. бик күп саралар  үткәрелде.

Был сараларҙың барыһы ла яҡташтарыбыҙҙың ижадын киңерәк пропагандалауға, йәш быуынды улар менән яҡындан таныштырыуға булышлыҡ итте, Баймаҡ еренән сыҡҡан яҙыусыларҙың башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын биләүен иҫбатланы.

 

 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.