Батыр ирҙән ҡала дан-аманат, Бахыр ирҙән ҡала яманат. - Хәсән Назар
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon "Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды.

"Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды.Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды. 6 класс уҡыусылары менән осрашыуға ауылдашыбыҙ, 3 китап авторы, "Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире, яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнара Мостафина килде. Кисәлә Гөлнараның уҡытыусылары, мәғариф ветерандары Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, башҡорт теле уҡытыусыһы Люциә Дауытова яҙыусы, уның ижады тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Ысынлап та, өкәндәр өсөн дә, шул уҡ ваҡытта балаларға ла уҡымлы әҫәрҙәр ижад итеүселәр һирәк. Ғәҙәттә яҙыусы ике өлкәнең береһен һайлай. Оло-оло романдар яҙыусы ағай-апайҙар ауыҙынан йыш ҡына: “Бәләкәстәр өсөн яҙыуы ифрат ауыр…” тигәнде ишетергә тура килә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, бер-ике битлек кенә әйбер яҙырға кәрәк… 
Билал урта мәктәбен тамамлап, БДУ-ла белем алып, бөгөнгө көндә “Шоңҡар” йәштәр журналында өлкән мөхәррир вазифаһын башҡарған ауылдашым Гөлнара Мостафинаға журналистиканан тыш балалар өсөн дә, ололар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итә алыу һәләте бирелгән. 

Тәүге китабы - “Һағыҙаҡ балы”н балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ихлас ҡабул итте. Әсәләре бесәнгә киткәс, өйҙә “хужа” булып ҡалған ике малайҙың мажаралары, бигерәк тә оло кәстрүлдә икеһе өсөн генә ашарға бешереүҙәре менән асыла китап. Ашты ҡуйылатыу өсөн нимә генә һалынмай унда: картуф, туҡмас, дөгө… Һөҙөмтәлә шул тиклем ҡуйылатып ташлайҙар, “аш” кәстрүл төбөнә ултырып, көйөп, ауыҙға алмаҫлыҡ булып “бешеп” сыға. 
Г. Мостафинаның “Таш келәттең сере” тип исемләнгән икенсе китабы ла балаларға тәғәйенләнгән, тик быныһы өлкәнерәктәр өсөн. Китапҡа исеме үк күрһәтеп торған детектив-повесть, хикәйәттәргә нигеҙләнеп яҙған күләмле генә хикәйәһе һәм ваҡ хикәйәләр тупланған. 
Башҡорт балалар әҙәбиәтендә детектив әҫәрҙәр юҡ, шуға күрә был да үҙенә күрә бер яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Повестың үҙәгендә үҫмерҙәрҙең имеш-мимеш аша бөгөнгө көндә лә күптәрҙең күңелен ҡытыҡлап торған алтынды эҙләү тора. Ауыл уртаһында шом һалып ултырған таш келәт ҡасандыр урындағы байҙыҡы булған һәм, йәнәһе, ул бар байлығын шунда йәшереп ҡалдырған. Әммә унда эҙләнергә бер кем дә йөрьәт итмәй, сөнки бай үҙе әллә ҡасан үлһә лә, йәне һаман теге донъяға күсмәгән, алтындарын һаҡлай - өрәк рәүешендә әленән әле кешеләргә күренеп тора. Малайҙар һәм ҡыҙҙар таш келәткә бәйле булған байтаҡ серҙәрҙе асыуға өлгәшә лә инде. 
Күптән түгел Гөлнараның тағы ла бер китабы "Искәндәр кисергәндәр" донъя күрҙе. Ундағы хәл - ваҡиғалар тураһында белгегеҙ килһә, китапханаға ашығығыҙ, шулай уҡ ул китап һатыуҙа ла бар. 
Балалар өсөн “оҫтараҡ яҙырға кәрәк” тиҙәр. Ошо йәһәттән бер фекер өҫтәге килә: балалар өсөн тәғәйенләнгән әҙәбиәттә өлкәндәрҙең дә зиһенен елкетерҙәй тылсым ҡөҙрәте булырға тейеш, минеңсә. Ә Гөлнараның өс китабы ла тап шундайҙарҙан. Көсләп уҡытыу янамай. 
Балалар әҙәбиәтендә Гөлнараның ише уҡымлы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәрҙең бик аҙ икәнен иҫкә алып, мин авторға артабанғы ижадында (айырыуса балалар өсөн ижадында!) уңыштар теләйем, шундай уҡ мауыҡтырғыс китаптары менән киләсәктә лә ҡыуандырып торорона өмөтләнәм. 
                                                                                                   Райхана Булатова 
                                                                                                   Баймаҡ районы 
                                                                                                   Билал ауылы

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.