О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon  Яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы.

                 Яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы.

  Йыл һайын май айында Баймаҡ районы китапханаларында  яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы үткәрелеп килә. Быйыл аҙналыҡ 15 майҙан 20 майға тиклем иғлан ителә. Аҙналыҡ барышында һәр китапханала алдан төҙөлгән план буйынса  районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле яҙыусыларҙың , “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе  ағзаларының  тормош юлы һәм ижады буйынса төрлө саралар:  осрашыуҙар,китапхана дәрестәре, китап презентациялары, көнүҙәк проблемалар күтәреүсе әҫәрҙәр буйынса һөйләшеүҙәр, әҙәби- музыкаль кисәләр,һ.б. үткәрелә.

 Быйылғы йыл шуныһы менән әһәмиәтле:  өс яҡташыбыҙ бер юлы Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы итеп ҡабул ителде.  Улар : Шүлкә ауылында тыуып үҫкән, популяр шиғри йыйынтыҡтар авторы Фирүзә Абдуллина,  Билал ауылы ҡыҙы, “Шоңҡар” журналы хәбәрсеһе ,балалар өсөн китаптар авторы  Гөлнара Мостафина, Йәнйегет ауылы һылыуы ,йәш яҙыусы Рәзилә Ырыҫҡужина.Аҙналыҡ сиктәрендә әле генә Яҙыусылар берлеге  ағзаһы булып киткән  яҡташтарыбыҙҙың  ижады буйынса төрлө саралар ойоштороласаҡ.

            Йәш китап уҡыусыларға бүләккә  ошо көндәрҙә генә Гөлнара Мостафинаның “Искәндәр кисергәндәр” исемле яңы  китабы  донъя күрҙе.  Шулай уҡ  “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе ағзаһы Рәйсә Иҫәнбаеваның  да яңы китаптары донъя күреүе  районыбыҙ әҙәбиәт һөйөүселәре  өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.Яҡташ яҙыусылар аҙналығы барышында был китаптар менән китап уҡыусылар яҡындан таныша аласаҡ.    

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.