Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың. - Нурмөхәмәт Йомрани
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Яҡташыбыҙ Әҙеһәм Искужиндың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте


27 февраль көнө Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ Әҙеһәм Искужиндың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Әҙеһәм Динислам улы Искужин – республикала киң билдәле педагог-тәрбиәсе, Башҡортостанда ҡурай сәнғәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм уны яңы юғарылыҡтарға күтәреү өсөн күп көс һалған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы,.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алырға,күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡланған иҫтәлектәр менән уртаҡлашырға тип сарала Өфө ҡалаһынан абруйлы ҡунаҡтар : Башҡортостандың халыҡ артисы,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов,танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев,билдәле йырсы, Өфө опера һәм балет театры артисы, яҡташыбыҙ Иҙел Аралбаев, күренекле һүҙ оҫтаһы,билдәле яҙыусы,журналист Әхмәр Үтәбай, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов,күп һанлы туғандары, ауылдаштары ҡатнашты. Ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле ҡурай моңдары менән халҡыбыҙҙың милли моң сәнғәтен байытыусы талант эйәһе,башҡорт ҡурайынын илаһи аһәңен,ҡабатланмаҫ милли биҙәлешен йәш быуынға еткереүсе илһөйәр яҡташыбыҙҙың тыуыуына ошо көндәрҙә 90 йыл тулды. Әҙеһәм Динислам улы Урал аръяғы,Ирәндек буйы ҡурайсыларының быуаттар төпкөлөнән,быуындан-быуынға килгән һоҡланғыс ижад тәжрибәһен үҙенең күңелендә һәм зиһенендә һаҡлап ,ҡурай сәнғәтен өр-яңы бейеклеккә күтәрҙе,халҡыбыҙҙың рухи байлыҡтарын үҫтереүҙә ысын мәғәнәһендә батыр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Уҡыу йорттарында ҡурайсылар түңәрәктәре ойоштороп,күпме йәштәрҙе ошо сәнғәттең серҙәренә өйрәтте .Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында, Өфө ҡалаһының 20-се мәктәбендә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназияһында, иҡтисад лицейында, 28 –интернат-мәктәбендә Әҙеһәм ағайҙың фатихаһы менән меңәрләгән бала ҡулына ҡурай алды .
Ҡәҙер һәм хәтер кисәһендә Ә.Искужиндың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһалды, сарала ҡатнашыусылар тарафынан йөрәк түрендә һаҡланған иҫтәлектәр,хәтирәләр яңыртылды, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.Баймаҡ районы һәм Темәс ауылы ҡурайсылар ансамбле, Баймаҡ 2-се һанлы мәктәбе уҡыусылары, Баймаҡ халыҡ ижады ир-егеттәре ансамбле сығыштарын тамашасылар йылы ҡабул итте, ә инде Әҙеһәм Искужиндың уҡыусылары Ю.Ғәйнетдиновтың, Р.Юлдашевтың ҡурай моңдарын, Иҙел Аралбаевтың моңло йырын алҡыштарға күмде.
Арҙаҡлы ир уҙаманы Әҙеһәм Искужиндың рухы,ҡөҙрәте менән ойошторолған кисәнән һәр кем яҡташыбыҙҙың изге эше быуындарҙан-быуындарға күсеп дауам итер, башҡорт ерендә ҡурай моңо мәңге тынмай,яңғырар тигән яҡты уйҙар менән таралышты.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.