Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Яратта буҙа ҡойоу мәктәбе эшләй

Ярат ауылына төш ауыуға ғына килеп етеүебеҙгә ҡарамаҫтан, китапханала, ғәҙәттәгесә, йәнлелек. Бөгөн бында буҙа ҡойоу мәктәбенең эш көнө икән. Уны Дилара Камил ҡыҙы Йәнбирҙина менән Шәһиҙә  инәй Ғүмәрова алып бара.

– Китапхана – кешене рухи яҡтан ғына түгел, ә төрлө яҡтан да камиллаштыра торған урын, – тине Рима Исмәғилова. – Бында һәр кемде ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт табырға мөмкин. Китап, Интернеттан ғына түгел, ошондай түңәрәктәрҙән дә файҙалы кәңәштәр алабыҙ.

– Өләсәйем, әсәйем буҙа ҡойоу оҫталары булды, шунлыҡтан бала саҡтан был эсемлекте яратып эсеп үҫтем. Үҙем иһә был шөғөлгә 20 йыл элек тотондом, – тип уның һүҙен дауам итте Дилара Йәнбирҙина.

Тәүҙә ул әҙер буҙа менән башҡаларҙы һыйлап ҡарай. Оҡшаталар, маҡтайҙар. Әммә һатып алырға теләүсе генә табылмай. Шунлыҡтан ул үҙ ғаиләһе өсөн генә ҡоя башлай. Буҙа мең төрлө сир-зәхмәткә дауа, тиҙәр. Уның шифаһы хаҡында беҙгә йыйылған инәй-апайҙар, хатта балалар ҙа береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып һөйләне. Әйткәндәй, буҙа эшләү мәктәбенә йөрөгәндәрҙең иң кесеһенә 7 йәш, иң олоһо 70 йәштән үткән.

– Халыҡ иҫерек йөҙҙәрҙе күреп арыны, эскелек һаҙлығынан ҡотолорға теләүселәр күп. Быйыл ауылыбыҙ менән республика кимәлендә иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылырға ҡарар иттек, – тине Рима Исмәғилова. – Ошо юҫыҡтан милли эсемлек – буҙаны пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Г.М. Монасипованың инициативаһы менән китапханала буҙа эшләү мәктәбе асылды. Ул аҙнаның һәр шаршамбыһы үтә. Теоретик өлөшө китапханала, ә практик дәрес мәктәп ашханаһында уҙа. Аҙаҡ уны һәр кемгә эсеп ҡарарға, тәмләргә бирәбеҙ. Бөтәһе лә оҡшата. Элек буҙаны бер нисә генә кеше эшләһә, бөгөн иһә һәр кем ҡоя тиерлек.

Буҙа әҙерләү ысулдары төрлөсә. Әйткәндәй, Шәһиҙә инәй Ғүмәрова – Йомаштан, ә Дилара Йәнбирҙина Әбйәлил районы ҡыҙы. Уларҙың икеһе лә буҙаны әсәй-өләсәйҙәренән өйрәнгән рецепт буйынса әҙерләй. Осрашыуға Шәһиҙә инәй килә алманы, ә буҙаһын тәмләп ҡарарға форсат тейҙе. Үҙенә генә күрә әскелтем эсемлек бигерәк тә күңелгә ятып тора. Усаҡтан килгән төтөн тәме лә бар. Дилара Йәнбирҙина беҙгә оҫталыҡ дәресе күрһәтте: үҙе генә белгән алымдарҙы ҡулланып, буҙа ҡойоу серҙәре менән бүлеште. Үҙ ҡулдары менән теккән башҡорт милли кейемен, башына ҡашмауын кейеп “Бисмилла”һын әйтеп эшкә тотондо.

– Буҙа – туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала, – тине Дилара Камил ҡыҙы һәр бер хәрәкәтенә аңлатма биреп. – Һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Буҙаны һолонан, әҙер “Геркулес”тан да эшләйҙәр. Һолоноҡо ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ. Уны тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майын иретеп алырға кәрәк. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. 1 килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйбеҙ. Бер стакан бойҙай оно ла (талҡан булһа ла ярай) ҡушырға мөмкин. Аҙаҡ килеп сыҡҡан массаны махсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөп етһен өсөн бер аҙ әсетке һәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Шулай бер-ике көнгә йылы урынға ҡалдырабыҙ, ләкин эҫе ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел. Даими болғап торабыҙ. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер нисә тапҡыр һөҙөп алабыҙ. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә мөмкин. Бер стакан шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушһаң, тәме тағы ла яҡшыра. Буҙаны оҙаҡ һаҡлап булмай. Уның шифаһы хаҡында бик күп һөйләргә була. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Буҙа әҙерләү мәктәбенә йөрөгән һәр кем уны бөгөн өйөндә эшләй ала. Туйҙарға, башҡа байрамдарға заказ менән дә ҡойоп бирәм.

Дилара Камил ҡыҙының һәр бер әйткәнен хәтер һандығында ҡалдырырға тырышып йотлоғоп тыңлаған инәй-апайҙарға, ҡыҙҙарға күҙ һалам. Кемеһелер шунда уҡ яҙып ала, кемдер оҫтаға ярҙам итә. Шундай ҙа берҙәм халыҡ икән яраттар! Буҙаны әҙерләп һатыуға сығарыусылар ҙа бар. 1,5 литрлыҡ шешә яҡынса 100 һум тора. Төшөмлө тармаҡ икәнлеге аңлашылалыр, моғайын. Өҫтәүенә, сәләмәт тормош алып барған төбәк өсөн.

Буҙа ҡойоу Дилара Йәнбирҙинаның берҙән-бер шөғөлө түгел. Башҡорт милли костюмдары, милли кейем атрибуттары тегеү оҫтаһы ла ул. Энәне ҡулына беренсе тапҡыр өс йәшендә ала һәм шул ваҡыттан алып был эш ҡоралы менән бер ҙә айырылмай. Ярат мәктәбе уҡытыусыһы булараҡ ул был шөғөлөнә бер нисә йыл элек ныҡлап тотона. Бик күп эштәре араһынан иғтибарҙы мәрйен һәм алтын төҫлө уҡалар менән сигеп тегелгән  камзул, түшелдерек, ҡашмауҙар, түбәтәйҙәр йәлеп итте.

– Ауылда бер ниндәй сара ла Дилара Камил ҡыҙынан тыш үтмәй, – тине Рима Исмәғилова. – Район кимәлендә уҙған “Оҫта ҡулдар” конкурсында “Милли йолаларҙы тергеҙеү” номинацияһына лайыҡ булды, “Толока” Бөтә Рәсәй нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған конкурста призлы урын яуланы һ.б.

Ҡулыма әҙер костюмдарҙы алам. Төрлө-төрлө тәңкәләр, мәрйендәр менән биҙәлгән улар. Күҙҙең яуын алырлыҡ! Бер түшелдеректе әҙерләү өсөн яҡынса ике ай тирәһе ваҡыт талап ителә. Дилара Камил ҡыҙы уҡыусыларында был эшкә лә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Мәҫәлән, улар үҙҙәре әҙерләгән кейемдәре менән төрлө сараларҙа, ижади конкурстарҙа даими сығыш яһай. Һуңғы ваҡытта костюмдарҙа заманса һыҙаттарҙы сағылдырырға тырыша. Быйыл район кимәлендә уҙған “Башҡорт милли костюмдарында – быуаттар мираҫы” конкурсында Ярат оҫтабикәһе “Башҡорт милли костюмдары” номинацияһында еңеү яулаған.

Яраттың оҫта ҡуллы апай-инәйҙәре менән осрашыуҙан ҙур тәьҫораттар алып ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Улар тыуҙырған мөғжизәгә тиң ҡул эштәре – күҙ алдынан, ә ҡойған буҙаларының тәме тел осонан оҙаҡ ҡына китмәне.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһында: Д.Йәнбирҙинаның (уңдан икенсе) буҙаһы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.