О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Йомабикә Ильясованың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтте.

Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһында алдынғы ҡарашлы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, тос фекерле шәғирә Йомабикә Ильясованың 60 йәшлек юбилейы айҡанлы район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте.
Шиғыр бәйгеһе шағирә Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың ижадын киңерәк пропагандалау, тыуған тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына, гүзәллегенә һоҡланыу, әсәйҙәргә һөйөү, ихтирам тойғолары тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының бөтә шиғырҙары ла тормошҡа, кешелеккә һөйөү менән һуғарылған. Ижадының төп темаһы булып ҡатын-ҡыҙ, әсә, бәхет, мөхәббәт, матурлыҡ төшөнсәләре тора. Шулай уҡ Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының шиғырҙары тормошсан, фәлсәфәүи булыуы менән күңелдәргә үтеп инә.
Йомабикә Ильясова ижады буйынса йәштәр, урта йәштәгеләр һәм өлкәндәр араһында үткәрелгән район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә бөтәһе 23 йәштән 71 йәшкәсә 31 бәйгесе ҡатнашты. Абруйлы жюри тарафынан еңеүселәр билдәләнде.
Гран при
Ялалова Миләүшә Ринат ҡыҙы ( Билал ауылы, 26 йәш )
1 урын
Хәсәнова Зөлфирә Шәһит ҡыҙы ( Ғәҙелбай ауылы, 71 йәш)
2 урын
Ибрагимова Гөлсиә Рауил ҡыҙы ( Байыш ауылы, 29 йәш)
Раева Гөлнур Ғүмәр ҡыҙы ( Буранбай ауылы, 62 йәш)
3 урын
Хәсәнова Гөлназ Камил ҡыҙы ( Бөрйән Йылға ауылы, 43 йәш)
Мөхәмәтшина Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы ( Ниғәмәт,69 йәш)
Ғүмәрова Резеда Ишморат ҡыҙы ( Урғаҙа,31 йәш)
Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы ( 2 Этҡол , 60 йәш)
Әлмөхәмәтова Зилә Зәбир ҡыҙы ( Баймаҡ, 52 йәш)
Әүҙем ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнделәр:
Мифтахетдинова Миңнур Зәкир ҡыҙы ( Мерәҫ, 68 йәш)
Өмөтбаева Зилә Йыһаннур ҡыҙы ( Әхмәр,47 йәш)
Игебаева Лилиә Шәкирйән ҡыҙы ( Күсей,33 йәш)
Бикташева Рәзинә Зәйнетдин ҡыҙы ( Темәс,29 йәш)
Мерәҫова Нәзилә Ғәли ҡыҙы ( Ярат, 51 йәш)
Гөлбәйетова Вилүрә Фәрит ҡыҙы ( Сыңғыҙ, 41 йәш)
Тайбугина Рима ҡыҙы Мәҙинә менән ( Ишберҙе, 32 һәм 10 йәш)
Еңеүселәргә Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Яратҡан шәғирәбеҙгә арнап ижад иткән шиғырҙарын ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Әлмөхәмәтова һәм Темәс ауылынан килгән Рәзинә Бикташева уҡып ишеттерҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә Әсәйҙәр көнө уңайынан ҡатын-ҡыҙҙарға,әсәйҙәргә мәдхиә йырланды. Бәйгеселәр әсәйҙәргә арнап үҙҙәре яҙған шиғырҙары, йырҙары менән һөйөндөрҙөләр. Ауыл китапханасылары Баймырҙина Әлфиә(Йомаш), Маннапова Дилбәр(Юлыҡ),Йәнбаева Гөлдәр(Ҡаратал), Нәзилә Солтанғоловаларҙың(Әбделкәрим) сығышы ла маҡтауға лайыҡ.
Үҙәк китапханаһы бүлек мөдире Сәрүәр Иҙелбаева

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.