Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың. - Нурмөхәмәт Йомрани
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә

Һуңғы йылдарҙа йәштәр ижадында мәңгелек темаларҙың яңыса асылыуы күҙәтелә. Һөйөнөслө лә, күңелле лә күренеш. Бик күптәрҙең күңелендә йөрөтөп тә әйтә алмаған һүҙҙәрен йәтеш кенә итеп сағылдыра ала улар. Улар менән берлектә үткәрелгән осрашыу кисәләре заманса матур була. Шуға ла “Ҡөҙрәтле һүҙ” эстафетаһын алғас, йәнйегеттәр күп уйлап тормай, ауылдаштары Рәзилә Ырыҫҡужина менән осрашыу кисәһе уҙғарҙы.

Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән Рәзилә Ырыҫҡужина үҙен башта сатирик булараҡ танытты. Тәүге китабы ла “Әй, әттәгенәһе” тип юҡҡа ғына аталманы. Ҡыҫҡа ғына сатирик хикәйәләрҙе мәктәп уҡыусылары ла, ололар ҙа берҙәй яратып уҡый. Хатта ҡайһыларын ауылдаштары сәхнәләштереп тә күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа Рәзилә күңелгә үтеп инерлек лирик хикәйәләр, шиғырҙар ижад итә башланы. “Бәйләнештә” сайтында үҙенең “Ғүмер – бер мәл” исемле төркөмөн булдырып, яңы ғына мейестән сыҡҡан шиғырҙарын, хикәйәләрен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итте. Уның ижадына битараф булмағандар унда үҙҙәренең кәңәштәрен, уй-теләктәрен, әҫәрҙәргә ҡарата фекерҙәрен ҡалдыра бара.

Йәнйегеттә “Ҡөҙрәтле һүҙ” кисәһе билдәле йырсы Гөлфиә Хәләфетдинова башҡарған “Ауылыма” (һүҙҙәре Р.Ырыҫҡужинаныҡы) тигән йыр менән башланып китте. Унан мәктәп уҡыусылары шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Тәүге уҡытыусыһы Г.Ф. Сирғәлина Рәзиләнең бала сағы тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ата-әсәһе лә бындай йылы осрашыуға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Баянсы, композитор Хәлил Биктимеров “Һағынмамын тимә” шиғырына көй ҙә яҙған. Йырҙы тормош иптәше Дилбәр менән берлектә бик моңло итеп башҡарҙылар. Ауыл китапханасыһы Г.Н. Мусина менән Ф.Р. Рафиҡова сараны матур итеп ойоштороп алып барҙы. Мәктәп директоры У.Ә. Ҡаһарманов йәш шағирәгә уңыштар теләне.

Сара юҡҡа ғына “Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә” тип аталманы. Йәш шағирәнең халыҡ әйтеме менән аталған матур ғына шиғыры ла бар:

– Бисмилланы уҡы әле, әсәй!

Төн йоҡомдан улым уятты.

Алама төш күреп тертләгән дә,

Йомарланып яныма ятты.

Башҡайынан һыйпап, ябындырып,

Белгән доғаларҙы уҡыйым.

Ҡуйынымда иҙрәп йоҡлап китте

Кисә бише тулған улҡайым.

Бисмилланы уҡы… Был, моғайын,

Балам аша еткән Тәңрем һүҙе!

Ер йөҙөнә тыуған һәр сабыйҙы

Йә, Хоҙайым, һаҡлаһаңсы үҙең!

Бисмилланы уҡы!.. Собханаллаһ!

Ҡабатлауҙан ҡояш балҡып китә!

Бер олоно, бер кесене тыңла –

Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә.

Шуға ла йәнйегеттәр ҡөҙрәтле һүҙҙәр яҙылған һөлгөнө “Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә” тигән һүҙҙәр менән, Ишмөхәмәт ауылына тапшырҙы.

Эльмира Харисова.

Автор фотоһы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.