Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина

Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина

Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина

Үҙәндәрҙең  күңелендә мәңге йәшәй

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

«По вашему требованию высылаю свои документы, которые сохранились и которые необходимы для разбора моего заявления о восстановлении в членах СП СССР:

1. Членский билет ВАППа за №56 от 1932 г.

2. Командировочное        удостоверение,        выданное политотделом     Зилаирского     зерносовхоза     для поездки в Москву на I съезд  писателей СССР от 10 августа 1934 года.

3. Мандат   №   165   на   Пленум   СП   СССР,   который состоялся в г. Минске.

4.  Мандат № 1, выданный Правлением СП БАССР на Пленум СП Башкирии в г. Уфе.»

( Из письма Хадии Давлетшиной

в Союз писателей СССР)

Һаумыһығыҙ, Һәҙиә инәй ?! 

 

Һеҙҙең яҡты   рухығыҙға оло  ихтирам  менән өндәшеүсе Баймаҡ  яҡтарынан  Фидалия  исемле  ҡыҙ. Мин  был  яҡтарҙа  йәшәүсе  Һамар  башҡорттарының ҡыҙымын,  һеҙҙең яҡын  туғандарығыҙҙың береһе.

 Ҡасандыр  Ғөбәй Дәүләтшин кәңәше  һәм  ярҙамы менән алыҫ Ырғыҙ   буйҙарынан килеп, йәмле Урғаҙа   һыуы буйында Үҙән  исемле  ауылға  нигеҙ  һалып, шунда   төпләнеп  ҡалған  күп  һанлы  Һамар  башҡорттарынан – яҡташтарығыҙҙан  күп  сәләм  тапшырамын.

  Беҙҙә  Һеҙҙең тоҡомдо  дауам итеүселәр – Лотфуллиндар, Дәүләтшиндар, һ.б.  ихлас  донъя   көтәләр, ең  һыҙғанып   эшләйҙәр,  балалар  үҫтерәләр. Улар  Һамар  һөйләшен  дә,  тыуған   яҡтарының  ғөрөф-ғәҙәтен дә,  тыуған  яҡтарын  да – Кәрәлек,  Ырғыҙ  буйҙарын  да  һис  онотмайҙар, беҙгә- йәштәргә   өлгө  итеп  ҡуялар. Тыуған  яҡтары   менән   бәйләнеш  һис  өҙөлмәй. Бына быйыл  йәй  Үҙән  ауылының төҙөлөүенә  80 йыл тулыу  айҡанлы шәжәрә  байрамы  үткәрелде. Һамарҙан  килгән  ҡунаҡтар  иң  хөрмәтлеләре  булды. Күпме  хәтирәләр, осрашыуҙар,  ҡыуаныстар булды. Бөтәһе лә  туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек  ептәре  өҙөлмәүгә  ҡыуанышып, тағы ла  осрашып торорға  һүҙ бирешеп таралыштылар.

     Беҙ  Һеҙҙең   менән  хаҡлы  рәүештә ғорурланабыҙ, Һәҙиә инәй, яҡты  иҫтәлегегеҙҙе  ҡәҙерләп   һаҡлайбыҙ.

 

Һеҙҙең         рухығыҙ     алдында     ихтирам

 менән   баш  эйеүсе  Фидалия.     2008 йыл

 

Һәҙиә  Дәүләтшинаға

 

Ауылыңда  булдым, Һәҙиә апай,

Ҡырҙарыңды  һинең  ҡыҙырҙым.

Хас та  беҙҙең  ауыл һинең  Хәсән,

Хас  Урғаҙа  инде  Ырғыҙың.

 

Баланлы ла булдым. Романың бит

Шул йәйләүҙәр менән  башлана.

Тәбиғәтең  һаман  шундай  гүзәл,

Шишмәләрең  шундай  татлылар.

 

Яҡташтарың  бик  ҡунаҡсыл  икән,

Һинең кеүек  яҡын, мөләйем.

Һәр  аҙымың  һинең  һағыналар,

Тик  һин  генә  быны  белмәйһең.

 

Халыҡ  һине  һөйә,  үҙ  ҡыҙым тип,

Халҡыңа  һин   хеҙмәт   иткәнгә.

Бик  бәхетлеһең,  Һәҙиә апай,

Йөрәк  һүҙең  уға  еткәнгә.

 

Рәйсә  Үҙәнбаева – башҡорт теле 

һәм       әҙәбиәте       уҡытыусыһы.

Яковлевка  ауылы,          1989 йыл.

 

 

Мин  уны юғары  рухлы,

     яҙыусы  йәнле

               кеше итеп  белә инем.

Мостай Кәрим.

 

 

 

 

Һәҙиә  Дәүләтшинаның  ижадында, бигерәк тә уның “Ырғыҙ” ында, яҙыусы оло  фекер   эйәһе, ғалим – тарихсы, этнограф,  социолог, психолог, философ булып  һәм, иң  мөһиме,  үҙ    халҡының  яҙмышы  менән  йәшәүсе  патриот  булып  күҙ  алдына  баҫа.

Әнүәр  Вахитов,
яҙыусы,  ғалим

 

 

 

 

Һаҡмарҙан - Һамарғаса

Баймаҡ районы делегацияһы  Һәҙиә Дәүләтшинаның иҫтәлеген  мәңгеләштереп,  уның тыуған яғында мәрмәр плита ҡуйҙы

Баймаҡ районы делегацияһы  Һәҙиә Дәүләтшинаның иҫтәлеген  мәңгеләштереп,  уның тыуған яғында мәрмәр плита ҡуйҙы

 

Баймаҡ районы делегацияһы
Һәҙиә Дәүләтшинаның иҫтәлеген  мәңгеләштереп,  уның тыуған яғында мәрмәр плита ҡуйҙы

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.