Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Әҙәбиәт – рухиәт сығанағы

Байыш ауылы китапханаһында Әҙәбиәт йылына арналған “Әҙәбиәт – рухиәт сығанағы” исеме аҫтында бик матур сара үтте. Кисәнең төп ҡунаҡтары – хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, дүрт китап авторы Фәтхиә Сәхиулла ҡыҙы Кәримова, алдынғы һауынсы, коммунистик хеҙмәт ударнигы Флүрә Хисбулла ҡыҙы Иҫәнова һәм мин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова булды. Сарала шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, “Бәпембә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.

Әҙәбиәт донъяһы серҙәре менән тамашасыларҙы ауыл китапханасыһы Нәйлә Сөләймәнова таныштырҙы. Унан кисәнең ҡунағы Флүрә Хисбулла ҡыҙы һүҙ алды. Ул йыйылыусыларҙы тәбрикләп, китапты күберәк уҡырға, уға һаҡсыл ҡарашлы, әҙәпле, тәүфиҡлы булырға өндәне һәм үҙе яҙған ҡайһы бер шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Уҡыусыларға айырыуса “М.Кәримгә”, “Буранбай Исҡужинға” шиғырҙары ныҡ оҡшаны.

Фәтхиә Сәхиулла ҡыҙы бала саҡ хәтирәләренә бирелде: “Ул ваҡытта әҙәби китаптарҙы былай иркенләп уҡып булманы, етешмәй торғайны. Шулай ҙа халыҡта әҙәбиәткә ынтылыш көслө ине. Бөйөк әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен уҡып, тап шундағы геройҙар өлгөһөндә тәрбиә алдыҡ. Әле китаптарға ҡытлыҡ юҡ. Йәнең теләгәнен һайлап уҡы. Тик заман ғына башҡа: күптәр китап ҡосаҡлап ултыраһы урынға компьютерға текләүҙе өҫтөнөрәк күрә”, – тине һәм үҙенең китаптары менән таныштырып сыҡты.

Факиһа Нәбиулла ҡыҙы ла бала сағын китапһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Ай яҡтыһында ла, юрған аҫтында фонарь яндырып та уҡый ул. 5-се класҡа еткәс, үҙе лә әҫәрҙәр ижад итеп ҡарай. Тәүге шиғырҙары, хикәйәләре барлыҡҡа килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас ул шиғыр-хикәйәләр тупланған китап яҙа. Хатта ҡайһы бер шиғырҙарына көй ҙә сығарған икән. Тамашасыларға ул “Дуҫтарым, туғандарым!” йырын да йырлап ишеттерҙе.

Сара барышында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова “Урал батыр” эпосынан өҙөк, 9-сы класс уҡыусыһы Фәрүәз Әхмәтов М.Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын һөйләп ишеттеҙеләр.

Был сара һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирә ҡалдырғандыр, тип ышанам. Ни тиһәң дә, әҙәбиәт –  яҡтылыҡ билдәһе бит ул.

Ф. Таштимерова.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.