Миңзәлә Хәлилова. Төштәге осрашыу (Башы)
Йөрәкһеп уянды йоҡоһонан Миңһылыу.Таң алдынан ғына Морат төшөнә инде.Имеш,ҡыңғырауы зыңлағанға ишек асһа,бер ҡосаҡ ялан сәскәләре тотоп,беренсе мөхәббәте баҫып тора йылмайып…
Уянғас та әле был төшөн ҡабат-ҡабат хәтеренә төшөрөп,нимәгә юрарға ла белмәй ары һуғылды,бире һуғылды,ҡулына эш барманы.Ғаиләһе лә өйҙә юҡ: ире Заһир таң менән тороп рейсҡа сығып китте, ә ике ҡыҙы ауылда, өләсәләрендә ҡунаҡта.Йәмле йәй көндәрендә лә балаларҙы дүрт стена эсенә ултыртып ҡуйырға йәл ,былай ҙа ҡыш буйына бөтә белгәндәре өйҙән мәктәпкә, мәктәптән өйгә илткән һуҡмаҡ, әҙ генә эңер төшә башлаһа, арттарынан эҙләп, ишек алдына йүгереп сығаһың.Төрлө хәлдәр әленән –әле ишетелеп тора,ҡыҙ бала өсөн бигерәк хафаланаһың.Алла ғына һаҡлаһын, бәхетле булһын матурҡайҙары,алам-һалам бәндәгә юлыҡмаһындар.Гел генә уларҙы ҡарауыллап та ултырып булмай.Көнө буйы аталары ла,үҙе лә эштә. Хатта магазинға аҙыҡ-фәлән алырға ла ҡыҙҙарға барырға тура килә.
Миңһылыуҙың эше лә тынғыһыҙ.Ул мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта.Инде нисәнсе йыл класс етәксеһе,мәктәптең тарих уҡытыусыларының методик берләшмәһен ,профсоюз ойошмаһын да етәкләй. Дәрестәр,кластан тыш саралар,көндөҙ мәктәптә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел,кисен дәфтәрҙәр тикшереү,пландар төҙөү.Шулайтып,ваҡыт уҙғанын да белмәйһең. Ғаилә менән шул шәмбе менән йәкшәмбелә генә осрашып,күпме генә аралашаһың инде.
Әле ауылға өләсәләре саҡырып хәбәр ебәргәс тә бер-нисә көн буйына үҙеңде тәртипле тотоу,инсафлыҡ,башҡорт ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ һәм нәзәҡәтлек тураһында һүҙ барҙы.Юҡ!Ҡыҙҙары,аллаға шөкөр, теләһә ни эшләп йөрөмәйҙәр ҙә бит, Миңһылыуҙың атаһы әйтмешләй:”Ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тыйыу кәрәк”.Мәрхүм Нуриман ағай шул әйтемде ҡабатлай ҙа йөрөй торғайны,ағайҙарына :”Һеңлеләрегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ,биткә ҡыҙыллыҡ килтерә күрмәһендәр “,-тип таҡылдап ҡабатлап ултырыр ине.
Ағайҙары клубҡа сыға башлаһалар:”Кеше б – на баҫып ҡуймағыҙ,ипләп йөрөгөҙ”,-тип өйрәтә.Бала саҡта Миңһылыу атаһының шулай тиеүен ишетһә,балалығына барып:”Ниңә ағайҙарым һуҡыр микән ни б-ҡа баҫып йөрөргә, унан кем урамға улайтып китһен инде?,”-тип аптырай торғайны.Үҫеп еткәс кенә атаһының кинәйә менән әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөндө ул.Атаһы бит кемдер этлек ҡылһа,ҡушылып,тәртип боҙоп йөрөмәү тураһында өйрәтеп ултырған!
“Ҡыҙың ҡыҙлы булмайынса,улың улы тыумайынса ата-әсәһенең хәлен аңламаҫ”тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ.Демократия тигән булып,бөтә боҙоҡлоҡҡа юл асып,телевизорҙан көн-төн алама йөкмәткеле тапшырыуҙар күрһәтеп,еңел-елпе йәшәргә өйрәткән фильмдар төшөрөп, боҙоҡлоҡ, наркомания,аҙғынлыҡ тураһында һөйләп,балаларҙа аҙаҡҡы оялыу,тартыныу хисен дә бөтөрҙөләр,ахырыһы.Ысынлап та ата улды,инә ҡыҙҙы белмәҫ замандар тыуып килә бит.Эш юҡ,аҡса юҡ ,ғаиләмдең тамағын туйҙырам тип, юл сатына сығып торған ҡатындарҙы телевизорҙан күрһәтеп,ҡыҙ балаларға бына нисек итеп көрсөктән сығып була,йәки икмәклек аҡса табып була икән тип уй йөрөтөргә,һығымта яһарға аҙыҡ бирәләр, йәш бала-сағаның нығынмаған психикаһын боҙола.
Шундай уйҙар менән Миңһылыу аш-һыу бүлмәһенең тәҙрәһенән күп ҡатлы йорттоң ишек алдына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.Әле кешеләрҙең саҡ ҡуҙғала башлаған ваҡыттары.Кисә яуып үткән ямғырҙан һуң асфальттан ситтә күләүектәр йыйылған.Шул һыуҙа бер турғай,йөндәрен тырпайтып,һыу сәсрәтеп йыуына.Башын тығып һыулана ла,тирә-яҡҡа ваҡ-ваҡ,саҡ күҙгә күренер тамсы сәсрәтеп,рәхәтләнеп ҡағына.Үҙе шундай шат,риза былайтып таҙарына алыуына.Үтеп-һүтеп йөрөүсе кешеләргә лә иғтибар итмәй, үҙ мәшәҡәте менән булаша.
Ике-өс йәштәр самаһындағы ҡыҙсығын етәкләп ,йәш ҡатын үтеп бара. Ашығалыр,күрәһең,шәп атлай,әсәһенең ҡулдарына тотонған баланың иламһырап мыжығаны асылмалы тәҙрә аша ишетелеп ҡалды.
Ҡайҙа инде,эшенә ашыҡҡан әсә ҡыҙыу атлауын белә,автобус туҡталышына бараларҙыр,күрәһең.
Миңһылыу стеналағы сәғәткә күҙ һалды.Сәғәт һигеҙ тулып килә икән,хәҙер ире Заһир ҙа иртәнге рейстан ҡайтыр.Унан көндөҙгө ун икегә хәтлем бер аҙ ял итеп алыр,шунан төшкө рейсҡа сығып китә.
Башҡа көндө был ваҡытта ауылдан подъезд төбөнә үк килеп һөт,ҡаймаҡ, ҡорот һатыусылар ҙа бөгөн күренмәйҙәр.Оло ҡыҙы Гөлназ :”Әсәй,һыйырҙар көтөүҙән ҡайтты,һөт һауып алабыҙмы,ҡаймаҡ айырабыҙмы?-тип шаяра торған.Магазинға барып килмәйенсә булмай инде.
Ҡатын тиҙ генә кейемдәрен алмаштырып,сумкаһында аҡса барлығын тикшергәс, ишек төбөндәге көҙгөгә күҙ һалды.Унан әле һөйкөмлөлөгө менән ҡыҙҙарҙы көнләштерерлек һомғол кәүҙәле,ҡара бөҙрә сәсле,серле һоро күҙҙәренән нур бөркөлөп торған һылыуҡай ҡараны.Ирененә беленер беленмәҫлек кенә итеп помада яҡҡас, бисмиллаһын әйтеп ,тупһа аша атланы.Подъезд ишеген асҡас та иртәнге саф һауа тын юлдарын иркәләне,тирә-яғына һоҡланып ҡарап алғас,бейек үксәле тюфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып,башын юғары күтәреп,кәүҙәһен туп-тура тотоп,асфальт юлдан китте.
Машиналар геүләп торған юл аша сығып,урам буйлап барғанда ла,үҙ уйҙарына сумып,таң алдынан ғына күргән төшөнә асҡыс эҙләне ул.Бер ҡосаҡ ялан сәскәләре ҡосаҡлап,йылмайып торған Мораттың буй-һыны күҙ алдында тик торасы!Нисә йылдар буйы төрлө-төрлө ҡиәфәттә төшөнә инеп йонсота ул.Үпкән-ҡосҡан,елгә осҡан ,тип оноторға тырышһа ла,тимәк, йөрәгенең ҡайһылыр бер мөйөшөндә тәүге мөхәббәте хаҡындағы хәтирәләр юйылмаған,шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән егерме йыл элек һуңғы тапҡыр күргән егет үҙе тураһында хәтеренә төшөрә.Бигерәк күп борсолоуҙар, ҡайғырыуҙар килтергән,күҙ йәштәре менән һуғарылған шул тәүге һөйөү хистәре.
…Миңһылыу менән Морат икеһе лә бер ауылдан,бер урамдан ,тик егет ҡыҙҙан ике класҡа юғары уҡыны.Икеһе лә спорт менән шөғөлләнде: мәктәптә һәм район кимәлендә уҙғарылған саңғысылар,волейболсылар,еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнаштылар.Өҫтәүенә,егет өҙҙөрөп гармунда уйнай,башын ҡырын һалып йырлап та ебәрә.Миңһылыу әллә –нисә йыл мәктәптең дружина советын етәкләне,һәйбәт ойоштороусы, шыршы байрамдарының алыштырғыһыҙ Ҡарһылыуы,егет гел Ҡыш бабай булды.Улар ҡайһы ваҡытта бер-береһенә ғашиҡ булғандарын һораһалар ,моғайын,тәғәйен генә әйтә лә алмаҫтар ине.
Ауыл ерендә сер ятамы,бер осонда сөскөрһәң,икенсе башынан “йәрхәмбикалла” тип теләк теләйҙәр.Был мөхәббәт хаҡында ике яҡтың ата-әсәйҙәренә лә мәғлүм булды.
Шул арала Морат һигеҙенсене бөтөп,күрше ауылға йөрөп уҡып, унынсы класты тамамлап ҡуйҙы,ә Миңһылыу бәләкәй саҡтан хыялында йөрөткән уҡытыусы булыу теләген тормошҡа ашырҙы – педагогия училищеһына уҡырға инде. Тырышып уҡыны ҡыҙ,алдынғылыҡты бирмәне,педучилищены ҡыҙыл дипломға тамамланы.
Морат, мәктәпте тамамлағас,военкомат аша водителдәр курсын бөтөрҙө,машина йөрөтөү хоҡуғын алды,яҙын һалдат хеҙмәтенә китте.Көн дә булмаһа ла аҙнаһына ике-өс хат ала ине Миңһылыу. Алыҫ көнсығыш менән араларҙы күк күгәрсен кеүек хаттар тоташтырҙы.Ҡыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалманы.Мөхәббәт тулы хаттарҙы алһаң, гүйә,ҡулдарҙы бешерерлек ине.Яратҡандар өсөн ике йыл ун йылға торош иткәндер.Морат һөйгән ҡыҙының тоғролоғона тамсы ла шикләнмәне,ә Миңһылыу уны өҙөлөп-өҙөлөп көттө,осрашыу мәленә илтеүсе көндәрҙе,сәғәттәрҙе һананы.
Бар тәбиғәттең йәшеллеккә мансылған мәлендә егет тағы ла мыҡтыланып,ир ҡорона тулып,тыуған ауылына ҡайтып төштө.Был осрашыуға шаһит булған кешеләр,шиғриәттән йыраҡ торһа ла ,моғайын, мөхәббәт хаҡында шиғыр яҙмай түҙмәҫ ине.Йәштәрҙең йөҙҙәренә сыҡҡан бәхет,шатлыҡ,һөйөүҙе донъялағы әллә күпме һағышлы кешегә бүлеп бирһәң,бөтәһен дә бәхеттең етенсе ҡатына мендерергә етер ине,моғайын.
Бөтәһе лә үҙ яйы менән барҙы .Егеткә иҫке генә булһа ла,совхозда машина табылды,үҙен күрһәткәнсе,өйрәнгәнсе эшләп торорға ярай.Ә ҡыҙға күрше ауылда башланғыс кластарҙы уҡытырға йүнәлтмә бирелде.Алда бер шатлыҡлы мәшәҡәт ҡалды – ул да булһа өйләнешеү.
Тик, әмәлгә ҡалғандай,йәштәрҙең бәхетенә аяҡ салыусылар ҙа табылды. Ғәйбәтселәр,йә араға төшөүселәр түгел,ә Миңһылыуҙың атаһы Нуриман менән Мораттың әсәһе Әминә.
Әминә ғүмер буйы һауынсы булып эшләне,атлағанда табан аҫтынан ут сығарырҙай булып,ер һиңкетеп йөрөгән ҡатын .Хатта өйөндә лә бөтә ҡатын-ҡыҙ эшен иренән эшләтеп,үҙе баш,үҙе түш булып,алдына алғанын ҡуймай торған бисә.Ире Зәки ҡатынының күҙенә генә ҡарап,бисәләр кеүек,беләгенә биҙрә аҫып,ҡатынына һыйыр һауышып,фермалағы бисәләрҙең әсе телдәренә икмәк булып йөрөгән,йыуаш,мәүеш кенә бер ир,хатта тауышы ла ирҙәр тауышына оҡшамағайны.
Миңһылыуҙың атаһы Нуриман ағай һуғыш ваҡытында уҡ ,ун дүрт йәшенән, шахтала хеҙмәт юлын башлаған ,шунан трактористар курсын бөтөп,ғүмер буйы тракторҙа,комбайнда эшләгән,тырыш,үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан,ҡатыны менән ун бер балаға ғүмер биреп,һәр балаһын уҡытырға, дипломлы белгес итергә тырышҡан ир затынан ине.Гел генә балаларына :” Уҡығыҙ,уҡыған кешенең ҡәҙере бар,беҙгә уҡыу ғына эләкмәне,”-тип ҡабатлар ине мәрхүмкәйең.
Бына ошо Миңһылыу менән Мораттың иң яҡын кешеләре сәбәпсе булдылар ҙа инде ғашиҡтарҙың аралары боҙолоуға.
Был яҡтарҙа йәй етһә,бөтә совхоз малы йәйләүгә күсерелә,һыйырҙарҙы үлән күкрәп үҫкән ерҙә,тау итәктәрендә көтәләр. Һауынсыларҙы иртәле-кисле трактор арбаһында йәйләүгә алып баралар.Бына шунда Нуриман ағай менән Әминә апай араһында низағ сыға.Нуриман ағай иртәнге һауынға барыусыларҙы келәт янында көтөп тора,көн дә бөтә ҡатындар ҙа килеп, тейәлешеп ултыралар,тик шул Әминә иң аҙаҡтан килә лә:”Иртә сығаһығыҙ,әҙерәк һуңыраҡ барғас та ярағандыр инде”,-тип мыжый-мыжый теңкәһенә тейеп бөтә.Бер көндө ярты сәғәттәй көтөп тороп арығас, Нуриман,тракторын ҡуҙғатып,китә лә бара .Берәй сәғәт үтеүгә иренең матайына ултырып йәйләүгә килеп еткән ҡатын,һыйыр һауыуын да онотоп,әтәс кеүек осоп ҡуна яҙа Нуриман ағайға,телдән тел уҙа ,һүҙҙән һүҙ уҙа ,тигәндәй:
-Алла бирһә,улыма һинең кеүек әҙәмдең ҡыҙын алып бирмәйем!-тип ысҡындыра.
-Ә шулаймы ни әле?- ата кеше лә юғалып ҡалмай. – Эҙең булмаһын кәкре сирағыңдың минең ҡыҙым янында(Мораттың аяғы ҡамытыраҡ булыуға төрттөрә),минең ҡыҙым үҙенә тиңен ,уҡығанды табыр,-тип тә өҫтәй.
Ошо көндән һуң йәштәрҙең араһынан ҡара бесәй үтте.Миңһылыуҙы атаһы клубҡа,йәштәр уйынына ла сығарманы.
Ә Әминә улына “эш”те ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:
-Йә мин,йә Миңһылыу!
Ғүмер буйы хатта атаһының бисәһе һүҙенән сыға алмағанын күреп үҫкән Морат,әсәһенең ике һөйләмәүен аңланы.Кеше күҙенә күренергә оялып,бер-ике көн эсендә эштән сығып,документтарын алды ла, Себер яҡтарына олаҡты.
Ә Миңһылыу ҡайғыһын эш менән баҫты,уҡыусыларға бөтә күңелен һалып белем бирҙе.Ҡыйын булды ,бик ҡыйын,төн буйы илап,мәктәпкә шешенеп барған көндәре лә етерлек ине.Кеше һуҙенән,ғәйбәттән арып бөттө.”Мәңге кейәүгә сыҡмам,яратмам”-тип уйлағайны.Ләкин һәр яҙмыштың – үҙ ҡануны,һин теләгәнсә генә бармай,үҙ төҙәтмәләрен индерә .
Училищела бергә уҡыған иң яҡын әхирәте йүнәлтмә буйынса төнъяҡ райондарҙың береһенә эшкә ебәрелгәйне,шул ҡыҙыҡай туйына саҡырҙы,никахтарына шаһит булырға күндерҙе.Эш урынан бер аҙна ял һорап алды ла,юлға сыҡты Миңһылыу.Шунда осратты Заһирҙы, ул кейәү егетенең ике туған ағаһы булып сыҡты.Яғымлы,тәртипле – егет оҡшаны ҡыҙға,ә егет уға һушһыҙ ғашиҡ булды.”Барыбер Моратты яратҡан кеүек бер кемде лә ярата алмам, ғаилә ҡорорға кәрәк,йәшем дә үтеп бара.” Уйланы , уйланы ла, әсәһе менән кәңәшләшеп,уның ризалығын алғас, Миңһылыу Заһирға кейәүгә сыҡты.
Матур ғына йәшәп киттеләр,Заһирға ла эш булһын тип,ҡалаға күстеләр.
Тик яңғыҙ ҡалған мәлдәрҙә, Морат иҫенә төшөп,тәгәрәп-тәгәрәп илаған сағын,үҙенән башҡа берәү ҙә белмәне,йөрәгенең түренән мөхәббәт һағышын тамырынан йолҡоп ташлауы бик ауыр булды.Йылдар үтеү менән был ваҡиға бер аҙ тоноҡланды,уларҙы ҡыҙҙары тыуыу,ғаилә мәшәҡәттәре, мәктәп эшендәге ваҡ-ваҡ проблемалар алмаштырҙы.Йылғалар ҙа бит яҙғы ташҡында юлындағы бөтә нәмәне йолҡоп,аҡтарып,ярһып,шаулап,үкереп болара-болара ла,шунан үҙ үҙәненә ҡайтып,тыныс ҡына сылтырай-сылтырай аға ла аға.
Миңһылыу шундай уйҙар менән магазин ишегенең тотҡаһына үрелде.
-Миңһылыу!
Үҙенә өндәшеүсене күрергә тип артына әйләнде лә саҡ ҡысҡырып ебәрмәне.Ҡаршыһында ғәйеплерәк төҫ менән йылмайып, (ҡулында бер ҡосаҡ ялан сәскәләре генә юҡ) Морат баҫып тора, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан,ҡулындағы йылтыр моҡсайҙы бер уң,бер һул ҡулына күсерә.
-Морат!
Ҡатындың тауышында аптырау ҙа,шатланыу ҙа,( төштө убыр тиҙәр,бына нимәгә булған икән!)бер секунд эсендә әллә нисә төрлө уй башынан йүгереп уҙҙы.
-Миңһылыу,һинме,түгелме икән тип бер аҙ артыңдан ҡарап килдем,былай ныҡ үҙгәрмәгәнһең дә!-тип һөйләнде ир.
-Ҡайҙан бында килеп сыҡтың, тиһәм,мәғәнәһеҙерәк булыр инде?-тип йылмайҙы Миңһылыу.
-Мин таксиҙа эшләйем,әле бына киоскыға тәмәке алырға туҡтағайным,һине күреп ҡалдым,-тип яуапланы Морат.
-Мин ирем эштән ҡайтҡансы, аҙыҡ-түлек алырға уйлағайным.
Миңһылыу ҡулындағы сумкаһына ымланы.
Нисә йылдар ошо осрашыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтереп йәшәне Миңһылыу.Нимә тип әйтерен,үҙен нисек тотасағын күҙалланы,Мораттың һорауҙарына яуаптарҙы алдан уҡ уйлап йөрөй торғайны.Ә хәҙер башта бер нәмә лә юҡ,бына ул тәүге мөхәббәте,ғүмер буйы йән атып,илап,һағынып йәшәгән һөйгәне,буй етмәҫ хыялы,илертерлек мөхәббәтенең сәбәпсеһе.Ҡулын һуҙһа,буйы етерлек,илап ҡосағына атылырлыҡ.Ләкин күңеленең төбөндә уны был аҙымды яһауҙан нимәлер тота,башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылыҡ ҡулдарын бығаулай.
-Миңһылыу,беҙгә һөйләшергә,аңлашырға кәрәк!Нимә булды беҙгә?Нишләп хаталандыҡ?Әйҙә бер осрашҡас,һөйләшеп алайыҡ.
-Морат,иҫке яраларҙы яңынан ҡуҙғытырға кәрәкме икән?Минең ғаиләм,ирем,балаларым бар.Һин дә ғаиләле.Арабыҙҙа ике тиҫтә йыл ята!
Магазинға инеп-сығып барыусылар был икәүгә аптырап ҡарап уҙҙылар.
-Миңһылыу,әйҙә ситкәрәк сығайыҡ әле!
Ҡатындың ҡулдарына ҡағылды Морат.Миңһылыуҙың ҡулдарын көслө электр тогы һуҡтымы ни,кинәт тартып алды.
-Миңһылыу!Тыңла!Мин бит һине ғүмер буйы яратып йәшәнем.Иртән торһам да,кис ятһам да һин булдың минең уйҙарымда.Ғәфү ит,минең көсһөҙлөгөм өсөн ғәфү ит,мөхәббәтебеҙҙе һаҡлай алмағаныбыҙға мин ғәйепле.
-Морат!Мин был осрашыуҙың ҡасан да мөмкин буласағын белеп йәшәнем.
Аҡылына килер,ҡайтыр,аңлашырбыҙ тигән өмөт йәшәтте мине.Һин бит алдан өйләндең.Минең нимә кисергәндәремде, йөрәгемдең яныуҙарын үҙем генә беләм. Һинең ике малайың булыуы,икенсе милләттән ҡатын алыуың да сер түгел.
-Миңһылыу,мин бит яратып өйләнмәнем,яңылыштан…Оля ауырға ҡалғайны,шунан барып яҙылыштыҡ.Мин тик һине генә яраттым.Ә бер йыл элек беҙ ҡатыным менән айырылыштыҡ,улдарым әсәләре менән ҡалды,мин тыуған яҡҡа ҡайттым.Һинең был ҡалала тороуыңды ишеткәс, ҡаршыма килеп сығыр әле тип,урамдағы кешеләр араһынан һине эҙләнем.Такси менән сыҡһам,осраҡлы рәүештә ,бәлки, һин саҡыртыр мине ,тип өмөтләндем. Ауылда һабантуй булыуын ишеткәс,эшемдән көн һорап ҡайттым, тик …һине осратманым.
-Хәҙер осрашыуҙар эҙләүҙең мәғәнәһе бармы?Мин иремде хөрмәт итәм,ҡыҙҙарым өсөн йәнемде лә бирергә әҙермен.Рәхмәт яҙмышҡа,беҙгә шундай һөйөү бүләк итеп ныҡлыҡҡа һынағаны өсөн. Мөхәббәт күктәрҙә ярала тиҙәр,тимәк,беҙгә бергә булыу яҙмаған. -Миңһылыу сәғәтенә күҙ һалды,йыш-йыш тын алды.-Ярай,Морат,һау бул,бәхетле бул,миңә юлымды дауам итергә кәрәк!
-Миңһылыу, тағы осрашайыҡ әле,берәй кафеға инеп,һөйләшеп ултырайыҡ.
-Юҡ,Морат,әйҙә үткәндәр үткәндә ҡалһын,борсомайыҡ уларҙы,мин иремде хөрмәт итәм, Заһирҙың артында хатта уйҙарымда ла хыянатҡа бара алмайым, балаларымдың атаһы һөйөүгә лайыҡ!Һау бул!