logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Игебай мәктәбе” клубының онлайн дәрестәре
4-се дәрес
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары булған йәш дуҫтарым! Һеҙҙе тағы ла мин – клубтың етәксеһе Иҙелбаева Айгөл апайығыҙ сәләмләйем.
Дәресебеҙҙе башларҙан алда шиғриәт тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Һәр кемдә лә шағирлыҡ тәбиғәте йәшәй, тиҙәр. Шағирлыҡ – Хоҙайҙан бирелгән күркәм һәләт ул. Уны күңелдәрендә йөрөтөүселәр нескә хисле була, һүҙҙе тәрән тоя, уны хатта йәнләндереп ебәрә. Шиғри һүҙ һәр заманда ла юғары баһаланған: кеше күңеленә үтеп ингән, батырлыҡтарға дәртләндергән, бәхет күгенә күтәргән, йәки, киреһенсә. Һәр хәлдә, битараф ҡалдыра алмайҙыр, тип уйлайым мин. Матур яҙыр өсөн матур әҙәбиәтте лә күп уҡырға, телде шымартырға кәрәк. Китап уҡыуҙың мөһимлеге тураһында мин һәр дәрестә лә әйтә киләм, быныһында ла ҡабатлайым. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тиҙәр бит.

Шиғриәткә әйләнеп килһәк, тыуған еребеҙҙең гүзәллеге, беҙҙе яратҡан кешеләребеҙҙең уратып алыуы, тормошта бәхет, мөхәббәт тигән төшөнсәләрҙең йәшәүе һәм ошо хозурлыҡты күрә белеүебеҙ күңелдәребеҙҙе хискә, шиғри моңға этәрә, әйҙәй. Ә “Игебай мәктәбе” клубында тап шундай матурлыҡҡа ғашиҡ ҡәләм тирбәтергә яратыусылар тупланған да инде. Беҙҙең онлайн дәрестәрҙә һеҙҙең ижад емештәрегеҙҙе тикшереп, анализ яһарға өйрәнербеҙ, кескәй әҙәбиәт һөйөүселәрем.
2-се дәрестә өйгә эш ирекле темаға һәм теләгән жанрҙа ижад итеү ине. Каникулда зиһендәрҙе эшкә егеүе еңелдән түгел – аңлашыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Гөлсибәр Йәрмөхәмәтова Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа арналған “Бөйөк шағир” исемле бик матур, төҙөк, эстәлекле шиғыр яҙған. Бөгөнгө дәрестә беҙ ошо шиғырҙы тикшереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ ҙә инде.
“Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигәндәй, был үҙегеҙҙең шиғырҙы тикшереү өсөн дә файҙалы булыр, тип уйлайым.
Әйҙәгеҙ, ҡылыҡһырлау эшенә тотонайыҡ.

Бөйөк шағир

Ауыр заман, ҡыйынлыҡтар,
Тормоштоң зарлы мәле.
Тик бирешмәҫ беҙҙең халыҡ,
Беҙ – баймаҡтар бит әле!

Шул яҡтарҙа тыуып үҫкән,
Беҙҙең данлы Абдулхаҡ.
Һәр бер шиғыр – үҙе тарих,
Һәр бер әйткән һүҙе хаҡ.

Күпте күргән, күпте белгән,
Саф күңелле, һүҙгә бай.
Үҙ яҡтарын янып һөйгән,
Сая рухлы Игебай.

Эй, башҡортом, белеүеңсә,
Ғорурланып әйт әле,
Бөйөк шағир әйтеүенсә,
Беҙ – баймаҡтар бит әле!
Гөлсибәр Йәрмөхәмәтова.

Афарин, Гөлсибәр! Бик матур шиғыр юлдары килеп сыҡҡан, шулай бит, шиғриәт һөйөүсе дуҫтарым? Әгәр саҡ ҡына зиһенде эшкә еккәндә, барыбыҙҙың да ҡулдан килә. Тәбиғәт йырсыһы, Ватанын сикһеҙ һөйгән, халҡының яҙмышы өсөн әрнеп борсолған, ғүмере буйы тыуған яғы тип янған, күк Ирәндеген юҡһынған, тәбиғәтен ҡурсырға тырышҡан нескә күңелле, оло йәнле бөйөк шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев үҙенә ошондай шиғыр арналыуын белһә, ниндәй ҡыуаныр ине! Әле лә рухы шатланалыр, моғайын.

Әйҙәгеҙ, иң элек шиғырҙың исеменә иғтибар итәйек. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев бөйөкмө? Әлбиттә! Әммә был исем бер аҙ тапалғаныраҡ бит әле. Шиғыр юлдарына диҡҡәт ҡылайыҡ әле – ҡайһыныһы атама өсөн матур яңғырай икән? Мин, мәҫәлән, “Сая рухлы Игебай” тип алыр инем. Сөнки әҫәр шағир тураһында булғас, атамаһында уҡ уның исеме тороуы отошлораҡ.

Ғәҙәттә, шиғыр дүртъюллыҡтарҙан ҡорола. Ләкин 5, 6 һәм унан да күберәк юлдарҙан торған шиғырҙар ҙа осрай (әйткәндәй, бишъюллыҡтар Абдулхаҡ Игебаев ижадына хас). Ҡобайырҙа иһә уның сиге юҡ кимәлендә – 24 юлға тиклем барып етеүе лә ихтимал. Ана шул бер бөтөнлөктө тәшкил иткән шиғыр юлдары строфа тип атала, ә йырҙа улар куплет тип йөрөтөлә. Шулай итеп, Гөлсибәрҙең ижад емеше 4 юллыҡ строфанан ғибарәт. Аңлашылды, шулай бит?
Артабан киттек.

Шиғырҙы нимә шиғыр итә?
1) ижектәр һаны
2) рифма
3) ритм
4) йөкмәтке

1. ИЖЕКТӘР ҺАНЫ
Шиғырҙа ижектәр һаны төрлөсә булыуы ихтимал. Ҡобайырҙарҙа, мәҫәлән, ете ижекле шиғырҙар йыш осрай:
А-там ке-йәү бул-ған ер, (7)
Ә-сәм ки-лен бул-ған ер, (7)
Кен-де-гем-де киҫ-кән ер, (7)
Тәм-ле һы-уын эс-кән ер. (7)
Алыҫ йөрөйһө түгел, үҙемдең бала саҡта яҙған әсәй тураһындағы бер шиғырым бишәр ижектән тора:
Донъ-я йәм-лә-нә (5)
Йыл-май-һаң ү-ҙең. (5)
Шат-ла-на, йыр-лай, (5)
Тир-бә-лә кү-ңел. (5)

Гөлсибәрҙең шиғыры иһә һигеҙгә – ете ижекле строфа менән яҙылған. Йәғни, беренсе юлда – һигеҙ ижек:

А-уыр за-ман, ҡы-йын-лыҡ-тар,
ә икенсе юлда – ете:

Тор-мош-тоң зар-лы мә-ле.

Был строфа классик өлгө һанала, шиғырға үҙенә күрә аһәң өҫтәй, моң бирә. Әммә, әгәр ҙә шиғыр ошо строфа менән башлана икән, уны аҙаҡҡаса шулай итеп алып барып еткереү зарур. Шиғырҙың мәғәнәһен көсәйтеү өсөн генә тайпылыштар рөхсәт ителә. Яҙыша башлаған саҡта баштан уҡ ошо ҡағиҙәгә буйһонһағыҙ, аҙаҡ интуитив рәүештә үҙегеҙ ошо ҡалып эсендә ижад итерһегеҙ.
Ижектәр һаны тураһында киләсәктә тағы һөйләшербеҙ, әлегә артабан киттек.

2.РИФМА
Билдәле тәртиптә килгән һүҙҙәрҙә өндәрҙең оҡшаш булыуы рифма тип аталыуын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, шулай бит? Рифмаларҙың да төрҙәре шул тиклем күп. Хатта рифмаһыҙ шиғырҙар ҙа була икән. Былар хаҡында бер дәрестә генә үтеп бөтөү мөмкин дә түгел.
Гөлсибәрҙең рифмаларына иғтибар итәйек.
Мәле – әле
Абдулхаҡ – һүҙе хаҡ
һүҙгә бай – Игебай
әле – әле

Тәүге һәм дүртенсе рифма һуҙынҡы өндәр менән тамамлана, шуға күрә улар асыҡ рифма:

Мәле – әле
әле – әле

2-се һәм өсөнсөһө – ябыҡ рифма (Абдулхаҡ – һүҙе хаҡ,
һүҙгә бай – Игебай), улар тартынҡы өнгә тамамлана.

Гөлсибәрҙең был шиғырында тағы бер үҙенсәлек күҙгә ташлана – унда тавтологик рифма бар. Нимә ул тавтология? Бер үк һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы ул. Ана шул 4-се строфалағы рифма тап шул тавтологик рифма була ла инде. Ғәҙәттә, бындай рифма төрө синоним таба алмағандан түгел, ә шиғырҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. Был йәһәттән Гөлсибәр үҙенең маҡсатына ирешкән: ул Абдулхаҡ Игебаевтың киң билдәле “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” тигән юлдарын үҙенең шиғырында тағы ла рухлыраҡ, пафослыраҡ итеп бирергә ынтылған, афарин!

3. РИТМ
Шиғри юлдарҙа баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең сиратлашып килеүе ритмик быуынды хасил итә. Интонацион паузаға тиклемге ҡабатланып торған шиғри быуын ошондай тамға менән айырып ҡуйыла – //. Әгәр ритмдар дөрөҫ ҡуйылһа, шиғыр моңло яңғырай.

Гөлсибәрҙең шиғыры миҫалында быуындарҙы ҡарайыҡ.

Шул яҡтарҙа // тыуып үҫкән,
Беҙҙең данлы // Абдулхаҡ.
Һәр бер шиғыр // үҙе тарих,
Һәр бер әйткән // һүҙе хаҡ.

Был шиғырҙың бер юлы ике быуынға бүленә, шуға күрә ул ике быуынлы строфа тип атала. Бынан тыш өс, дүрт, хатта аралаш быуынлы рифмалар ҙа була.
Ике быуынлы строфанан торған Гөлсибәрҙең тексында ритмика баштан аҙаҡҡаса һаҡлана, шуға күрә уҡыған саҡта тел “абынмай”, киреһенсә, йырлап ебәргән кеүек. “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” тигән юлда әҙерәк ритмика тайпылып китә, әммә быны хата тип ҡабул итеү кәрәкмәй – сөнки ул Абдулхаҡ Игебаевтың билдәле шиғырынан алынған.

4. ЙӨКМӘТКЕ
Әгәр үрҙә әйтелгән талаптар үтәлеп, шиғырҙың мәғәнәһе булмаһа, уңышҡа ирешеп булмай шул, дуҫтар. Шиғыр нимә тураһындалыр һөйләргә тейеш! Тормоштоң юғары яҡтарын, һоҡланыуҙы, ғорурлыҡты, яратыуҙы йәки әсенеүҙе хис-тойғо һәм көслө фекер менән әйтеп биреү бер ҙә еңел түгел.

Сер итеп кенә әйтәм: күпме йылдар шиғыр яҙһам да, үҙемдең бөтә шиғырҙарымды ла шәп тип әйтә алмайым. Яҙған бер ижад емеше шедевр була алмай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Араларында иң яҡшылары бөртөклө генә була. Тик: “Минән шағирә сыҡмай!” – тип ҡул һелтәп тә ҡуймайым – барыбер ҙә камиллыҡҡа ынтылырға кәрәк. Шиғыр яҙыу – оҙайлы хеҙмәт ул, тиҙ генә сыймаҡланым да, шиғыр әҙер, тип әйтә торған эш түгел. Яҙған саҡта ул шәп булып күренһә лә, ваҡыт үткән һайын ҡабаттан алып ҡараһаң, етешһеҙлектәре шундуҡ күҙгә ташлана. Шулай ҙа, дуҫтар, беҙ һеҙҙең менән алдыбыҙға алғандан баш тарта торғандарҙан түгел, эйеме? Сөнки

Күңелдәргә шиғыр кәрәк:
Шиғыр ул – тылсым!
Шиғыр һеҙҙең йәнегеҙҙе
Йылытып торһон!

Шулай итеп, һеҙгә өйгә эш – әле бына Гөлсибәрҙең шиғырын нисек тикшерһәк, үҙегеҙҙең бер шиғырығыҙҙы ана шулай итеп тикшереп ҡарағыҙ!
Фотоға төшөрөп миңә хәбәр итеп һалырға ла онотмағыҙ! Ә Гөлсибәргә шәп шиғыры өсөн “5” ҡуябыҙ! Афарин! Һиңә илһамлы ижад ҡомары теләйбеҙ, матур-матур шиғырҙар менән гел шулай ҡыуандырып тор!
Һау булығыҙ! Һеҙҙән хәбәрҙәр көтөп – Айгөл апайығыҙ Иҙелбаева.