logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Онлайн осрашыу

Башҡорт теле көнө уңайынан ҡаланың 1-се мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе Айгөл Иҙелбаева менән онлайн рәүештә осрашты. Һүҙ шиғриәт, әкиәт яҙыу һәм “Лукоморье” республика әкиәт конкурсы тураһында барҙы. Кластың әүҙем ижадсылары үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, шағирәгә һорауҙарын да бирҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Мырҙабаеваға дәрес-осрашыуҙы ойошторғаны һәм йәнле алып барғаны өсөн ысын күңелдән ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Башҡорт теле көнө мөбәрәк булһын!(Видео ВК-ла “Читающий Баймак” төркөмөндә)