Абдулхаҡ Игебаев исемендәге китапхана 

📖 Күсейҙәр өсөн Республика көнө икеләтә ҡыуаныслы булды. Был көндө арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР-ҙың Ғ. Сәләм һәм С. Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ районында булдырылған әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияһының тәүге лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданины Абдулхаҡ Игебаевтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән тағы бер ҙур эш атҡарылды. Донъяның һәр сәғәте, һәр минуты фани икәнен йөрәге менән тойған, үтә лә нескә күңеллле, сабый йөрәкле яҡташыбыҙҙың исеме урындағы ауыл китапханаһына бирелде.
Иҫтәлекле сара ауылдың мәҙәниәт йортонда үтте. Сараны асып Күсей ауыл биләмәһе башлығы Йыһаншина С.Р. ауылдаштарын ошо уңайҙан тәбрикләне. Ауыл китапханаһына әҙиптең исеме бирелеүе бөтөн республикаға киң билдәле ауылдашыбыҙҙың абруйын тағы ла күтәрә, күп арҙаҡлы шәхестәр үҫтергән Күсей ауылы исеменең данын арттырыуға ла булышлыҡ итә-тине ул сығышында. Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры Мортазина З.В. китапханала һуңғы осорҙа булған ыңғай үҙгәрештәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре- Батыр Вәлид, Абдулхаҡ Игебаев һәм Таңсулпан Ғарипова төшөрөлгән ҙур баннерҙарҙың ҡуйылыуы, А.Игебаевтың ижадын берләштергән мөйөштөң булдырылыуы һөйөнөслө. Артабан да был эште дауам итеү, әҙип менән бәйле фотоһүрәттәрҙе, иҫтәлекле яҙмаларҙы туплау, йәш быуын менән «Игебай мәктәбе” эшен йәнләндереү, ошо абруйлы исемде аҡлау кәрәкле -тине ул. Шулай уҡ шағирҙың тормош иптәше Маһиҙә ханымдың ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе. «Абдулхаҡтың исемен мәңгеләштереүсе Күсей ауылы халҡына оло рәхмәтемде белдерәм, шағир һүҙенең бәҫен баһалай белеүегеҙ, ауылдашығыҙҙы хөрмәтләүегеҙ өсөн һөйөнәм»-тигән һүҙҙәрен еткерҙе. Зилә Вәкил ҡыҙы китапханаға А.Игебаевтың ташҡа баҫтырылған фотоһы һәм шиғырын бүләк итте. Китапхана хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ әҙиптең үҙәк китапханаға үҙе бүләк иткән китаптарын тапшырҙы.
Байрам айҡанлы уҙған концертта Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары яңғыраны, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар башҡарылды, мәктәп уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре менән биҙәлде. Бигерәк тә әҙип нәҫеленән булған Фаил Игебаев һәм Лилиә Игебаева башҡарыуындағы “Күсейҙәр», “Ирәндек бөркөтө” шиғырҙарын эске кисереш менән яттан һөйләүҙәре залдағыларҙың күңеленә үтеп инде.
Абдулхаҡ Игебаев исемендәге Күсей ауыл китапханаһы күсейҙәргә,бигерәк тә киләсәк быуынға рухи йүнәлеш биреүсе, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе туплаусы усаҡ булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.