Агоросәнәғәт колледжында китап уҡыусылар конференцияһы

 

21 ноябрь көнө Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Башҡортостан әҙәбиәте аҡһаҡалы, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” китабына ингән “Һуңғы солоҡ” романы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы үтте.
“Һуңғы солоҡ” тәрән йөкмәткеле, көнүҙәк проблемаларға арналған мауыҡтырғыс роман. Авторҙы ғаилә, мөхәббәт, экология, эшһеҙлек, эскелек, әҙәп-әхлаҡ проблемалары борсой.
Яҙыусы был әҫәрендә тәбиғәт экологияһы хаҡында ғына түгел, кеше күңеленең экологияһы хаҡында ла һүҙ алып бара.
Романда быуындар бәйләнеше өҙөлгән, тәбиғәт менән кеше араһындағы гармония юҡҡа сыҡҡан. Бының ғәйебе ниҙә икәнен аңлатып, сара барышында студент егеттәргә көслө рухлы булырға, иҫерткес эсемлектәр менән булышмаҫҡа, уларҙың хатта киләсәк быуын өсөн хәүефле икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алынды . Хәҙис Шәрифтә лә бит “иҫерткестәрҙән һаҡланығыҙ, улар бөтөн боҙоҡлоҡтоң башы , асҡысы тиелә.
Аяныслы яҙмышлы китап геройҙары тураһында студенттар ҙа үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Студенттарға шулай уҡ Фәиз Харрасовтың һәм Бибиямал Йосоповаларҙың фәһемле әҫәрҙәре тәҡдим ителде. Яҙыусылар бит китаптарҙы уҡып кешеләр фәһем алһын, хаталар ҡабатланмаһын өсөн яҙа, тип өҫтәне үҙенең сығышында колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлиә Йомағужа ҡыҙы Солтанова.
Бер генә бирелгән ғүмерҙе сағыу, матур итеп, ата-әсәләрен хөрмәт итеп, ҡыуандырып, хыялдарын тормошҡа ашырып, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләп китап уҡыусылар конференцияһына йомғаҡ яһалды. Сараны үҙәк китапхана хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбаева алып барҙы.