Арҙаҡлы ил ағаһы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Шәрәфетдин улының тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уҙҙы.
Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы Зекериә Шәрәфетдин улы тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға, уны хөрмәтләп иҫкә алырға бер дәүерҙә эшләгән, уны яҡындан күреп белгән, фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанған район етәкселәре, уның фекерҙәштәре, туғандары килде.
Сара “Арҙаҡлы ил ағаһы” исемле китап күргәҙмәһендәге З.Ш. Аҡназаровтың “Заман.Кешеләр.Фекерҙәр”, “Зекерйә Аҡназаров” исемле китаптары менән таныштырыу менән башланып китте.
Алып барыусылар З.Аҡназаровтың ҡыҫҡаса хеҙмәт һәм тормош юлына байҡау яһағандан һуң, кисәлә ҡатнашыусылар үҙҙәренең иҫтәлектәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сара барышында Ю.Ғәйнетдиновтың абруйлы дәүләт эшмәкәре тураһындағы “Хазина” тапшырыуынан видеояҙманан өҙөк күрһәтелде.
Райондың абруйлы шәхестәре Әғзәм Салихов, Рим Сырлыбаев, Рәшит Утәев, Йәүҙәт Мөхәмәтйәновтар, туғандары Зекериә Аҡназаровтың кешелекле, кеселекле, ябай, ярҙамсыл, туған йәнле кеше, шул уҡ ваҡытта талапсан, эшлекле етәксе булғанын һоҡланып та, ғорурланып та иҫкә алды. Министрҙар Советында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре М.С.Муллағәләмов, М.Т.Аҙнабаев һәм Р.Т. Аҙнабаевтарҙың, беренсе уҡыусыһы С.Г. Вәлиевтың һәм К.Ә.Кәйекбирҙиндарҙың телефон аша еткергән иҫтәлектәре менән дә сарала ҡатнашыусылар менән таныштырҙыҡ.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Г.К. Сирғәлина абруйлы яҡташыбыҙ З.Ш.Аҡназаровҡа арналған сара, күренекле шәхестәребеҙ С.Галин, Ә.Әсфәндиәровҡа ла арналып район кимәлендә лә билдәләнәсәген әйтеп үтте.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә З.Ш.Аҡназаровтың яратҡан йырҙарын йәш йырсы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Азамат Ғөбәйҙуллин башҡарҙы .