“Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе дауам итә.

Районда башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бөйөк әҙибе Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе дауам итә. Был аҙнала төбәк бәйгеләре Иҫке Сибай һәм Ишмөхәмәт ауылдарында үтте. Иҫке Сибай сәхнәһендә Иҫке Сибай, Төркмән, Әхмәр һәм Күсейҙән 4 пар бәйгегә сыҡты. Һөҙөмтәлә – 1-се урынға Нәркәс Ишмырҙина һәм Надир Халисов (Иҫке Сибай) лайыҡ булды. Күсейҙән Линера Баймөхәмәтова һәм Баязит Абдуллиндар 2-се урынға сыҡты. Әхмәр һәм Төркмән йәштәре әүҙем ҡатнашыусы дипломына лайыҡ булды.

Ишмөхәмәттә үткән бәйгелә Урғаҙа, Ишмөхәмәт, Кәрешкә, Йәнйегет, Байыш ауылдарынан – биш егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Уңған, сая, рухлы, дәртле йәштәр ысын мәғәнәһендә Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет исеменә лайыҡ булыуҙарын күрһәтте. Сәхнәләге береһенән-береһе сағыу сығыштар барыһына ла оҡшаны. Ҡыҙҙар, егеттәр мөхәббәт образдарында Айгөл һәм Ричард Галинды, Әжмәғол һәм Уңғанбикәне һ.б. геройҙарҙы һынландырҙы, Мостай Кәримдең үлемһеҙ шиғырҙарын ихлас ятланы, вальста өйөрөлдө. 1-се урынға Байыштан килгән пар – Диана Рәхмәтуллина һәм Фәнзил Мортазин лайыҡ булды. 2-се урынға – Рәзилә Ғәләүетдинова һәм Радик Ғәлиуллин (Йәнйегет), Гөлфиә Бикбаева һәм Әхмәт Әхмәтов (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Урғаҙа филиалы), 3-сө урынға – Нурфәиз Ирназаров һәм Гүзәлиә Вәхитова (Кәрешкә), Рәмзилә һәм Рәмзил Үлйәбаевтар (Ишмөхәмәт) сыҡты.