Баймаҡ үҙәк китапханаһы коллективы смотрҙа уңышлы сығыш яһаны

💯Баймаҡ ҡалаһының хеҙмәт коллективтары араһында Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Театр йылына бағышланған концерт-смотры дауам итә. 9 апрель көнө был сараға Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы коллективы ла ихлас ҡушылды. Смотрҙа тәү мәртәбә ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған коллектив сығышын тамашасылар йылы ҡабул итте.