Башҡорт китабы аҙналығы. 2-се көн

Башҡорт китабын пропагандалау аҙналығының икенсе көнө ҡаланың 1-се һанлы урта мәктәбендә дауам итте. 7-8 синыф уҡыусыларына яҡташ яҙыусылар Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзалары Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” ижад берекмәһе рәйесе Айгөл Иҙелбаева(Ишемғужина), драматург Әминә Яхина менән осрашыу бәхете тейҙе. Айгөл Иҙелбаева үҙенең ижады менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡыны һәм быйылғы йылдың төп проекты “Рух ҡошо” тураһында ентекләп бәйән итте. Үҙ сиратында драматург Әминә Миңдеғол ҡыҙы үҙенең китаптары менән, тиҙҙән донъя күрәсәк уҡыусылар өсөн яҙылған пьесалар тупланған китабы тураһында һөйләп үтте. Уҡыусылар араһында ҡәләм тирбәткән балаларҙың булыуы һөйөндөрҙө. Мәктәптә “Иҙелбай ейәндәре” исемле ижади мәктәбендә ҡәләм тирбәткән 8 се синыф уҡыусыһы Ғәҙилә үҙенең йөкмәткеле шиғырын уҡып ишеттерҙе.