Беҙҙә ҡунаҡта – “Башҡортостан”дар

 

Көндәлек тормошобоҙҙо интернет селтәре яулап алған заманда ла ташҡа баҫылғандың үҙ баһаһы бар.Тормошобоҙҙо гәзит-журналдарһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Төпкөл ауыл ерендә булһынмы, ҡалаламы – һәр ерҙә лә матбуғат баҫмаларын көтөп алып, яратып уҡыусы дуҫтары бар. Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре менән осрашыу уҙҙы. Унда китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, йәмәғәт хәбәрселәре, матбуғат ветерандары ҡатнашты. Осрашыуҙа “Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов, талантлы шағирә, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөхәррире Лариса Абдуллина, реклама һәм матбуғат бүлеге мөдире Гөлсимә Салихова, гәзиттең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова сығыш яһап, үҙәк баҫманың бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында һөйләне, гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Баймаҡ районынан гәзит биттәрендә үҙҙәренең мәҡәләләрен баҫтырыусы яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Улар араһында Баймаҡ тарихын сағылдырған бик күп мәҡәләләр авторы Әмир Сәйғәфәров, республикабыҙҙа киң билдәле районыбыҙҙың хәбәрселәре – Гүзәл Иҫәнгилдина, Азамат Мөхәмәтшин, Айгөл Иҙелбаева, абруйлы матбуғат ветерандары, әле лә ҡулдарынан ҡәләм төшөрмәй гәзит биттәрендә даими рәүештә сығыш яһаусылар — Салауат Мөхәмәтшин, Ғәлимйән Баймырҙин, Рәшит Үтәев, “Йәнгүҙәй” ижади-әҙәби берекмәһе ағзаһы Таңһылыу Вәлиева бар. Матбуғат ветерандары редакция хеҙмәткәрҙәренә гәзиттең тиражын арттырыу, уны уҡымлыраҡ итеү йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерҙе. Осрашыуға муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г. К. Сирғәлина киде. Гөлшат Камил ҡыҙы сығышында районда матбуғатҡа яҙылыу буйынса ниндәй саралар күрелгәнен һөйләп уҙҙы, тәҡдимдәрен еткерҙе. “Яңы йыл етеп килә, яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға бүләк урынына, яҙылыу тураһында квитанция бүләк итһәгеҙ, яҡындарығыҙ ярты йыл барышында гәзит алған һайын һеҙгә рәхмәтле буласаҡ”, — тине ул. Журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина осрашыуға йыйылыусыларға шиғри күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе, Хәсәновтар ғаилә ансамбле етәксеһе Рәмзиә Бәхтиева моңло “Әбдрәхмән” халыҡ йырын башҡарҙы. Шиғри-моңло күстәнәстәр осрашыуға йәм өҫтәне. Сарала “Башҡортостан”дар гәзиттең әүҙем дуҫтарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.