Билалда ғаилә байрамы үтте

Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Ғаиләләр ярышында беҙҙең Билал ауыл биләмәһен дә ғаиләләр ҡатнашты. Ауыл китапханасыһы Райхана Булатова, ҡатын — ҡыҙҙар Советы, Ҡоролтай рәйесе Илдүсә Әминева үткәргән «АУЫЛЫМ МАТУР — УҢҒАН ҒАИЛӘЛӘР МЕНӘН» исемле ярышта ҡатнашҡан ғаиләләр маҡтауға лайыҡ! Кемдәр һуң улар? Билал ауылынан Нурзиә һәм Данис Иҫәнъюловтар, улдары Денис, Данил, Айназ, ҡыҙҙары Нурания, Һәмән ауылынан Айгөл һәм Ильфат Тәхәүитдиновтар, улдары Сарьян, ҡыҙҙары Айлина, Алтынай, Айгүзәл, Өмөтбай ауылынан Зәлифә һәм Ғәрифйән Ҡотлоғилдиндар, ҡыҙҙары Лүзиә, Гүзәлиә, улдары Илһам. Өс ғаиләнең сәхнәгә сығыуын тамашасылар алҡыштарға күмде. Конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, нимә ул һеҙҙең өсөн ғаилә тигән һорауға күмәкләп яуап эҙләне. Артабан, атайҙар төрлө ситуациянан сығыу юлын тапһа, әсәйҙәр үҙҙәре яратып әҙерләгән аш — һыуға реклама яһаны. Ғаиләне йыйнаҡлыҡ, теүәллек, һаҡсыллыҡ биҙәй икәнен беләбеҙ. Шуға күрә, иҫке әйбергә яңы тормош биреү ярышында ҡатнашҡан бәйгеселәргә һоҡланырлыҡ. Улар бер нисә минут эсендә һут һауытынан көнкүрештә ҡулланырлыҡ әйберҙәр эшләне. Ваза, сәскә, воронка, кружка, нимәләр генә юҡ! Һәр ғаилә — тәжрибә сығанағы. Һәр ғаиләлә аҡыл туплана. «Йәшәргә өйртеүсе кәңәштәр» ярышында ла ғаиләләр һынатманы. Белеүебеҙсә, халыҡ аҡылы, кәңәше — мәҡәлдәрҙә. Ғаилә тураһында ла фольклорҙа бик күп мәҡәлдәр бар. Мәҡәлдәрҙе лә бик күп белә булып сыҡты бәйгеселәр. Һәр ғаилә заман менән бергә атларға тырыша. Улар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, йәмғиәт тормошонда ҡатнашҡан ғаиләләр күбәйә. Беҙҙең ғаиләләр ҙә тамашасы хөкөмөнә социаль проекттарын сығарҙы. Иҫәнъюловтарҙың проекты иң уңышлы тип табылды. Йәшәй — йәшәй һәр ғаиләлә төрлө йолалар, традициялар барлыҡҡа килә. Был йәһәттән беҙҙең ғаиләләр нисек һуң? Иҫәнъюловтар һәр эштә берҙәмлекте ярата, күпләп мал көтә, Тәхәүитдиновтар өйҙәрендә икмәк ризыҡтары бешереп һата, Ҡотлоғилдиндар һөт ризыҡтары, картуф һатып аҡса эшләй. Бөтә ғаилә лә һәр байрамды ғаиләләре менән бергә үткәрә. Был үҙе маҡтауға лайыҡ түгелме?! Ниндәй байрам йыр бейеүһеҙ үтһен инде?! Етмәһә, бөтә бәйгеселәр ҙә йыр — моңға маһир! Тамашасылар Нурзиәнең йырын, әсәле — ҡыҙлы Лүзиә менән Зәлифәнең бейеүен, Ильфаттың йырын алҡыштарға күмде. Бәйгеселәр ярыштарға әҙерләнгән арала тамашасылар менән уйын да уйнап өлгөрҙөк. Сәғилә Ғайсина «Йәшлек», Миләүшә Ямалова «Һаҡмар» гәзите хәбәрселәре булып, береһен — бере уҙҙырып репортаж бирҙе. Тик, Сәғиләгә еткәне булманы! Тамашасылар исеменән сығыш яһаусы уҡытыусы Илүзә Әфләтүнова, ғаиләләрҙең уңғанлығына, татыулығына, берҙәмлегенә һоҡланыу һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғаилә ярышында ҡатнашыусылар үҙҙәренең татыу, етеҙ, уңған, сәнғәткә ғашиҡ икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Һәр ғаиләнең үҙ йолаһы, йәшәү ҡағиҙәһе бар, башҡаларға изгелек эшләргә әҙерҙәр. Иң мөһиме, был ғаиләләрҙә матур балалар үҫеп килә. Жюри ағзалары ауыл хакимиәте белгесе Гөлгөнә Асҡарова, Һәмән ауылының ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйесе, уҡытыусы Римма Мырҙина, Өмөтбай ауыл китапханасыһы Алгөл Латыпова бәйгеселәргә матур һүҙҙәрен еткерҙе, хакимиәттең бүләктәрен тапшырҙы. Ауыл клубы мөдире Гөлсәсәк Әминева байрамды музыкаль яҡтан биҙәп кенә ҡалманы, сәхнәне биҙәүгә лә бик күп көс һалған. Уҡытыусы, ҡатын — ҡыҙҙар советы ағзаһы Айгөл Ғайсина ғаиләләр тураһында слайд күрһәтте. Барлыҡ ғаиләләргә лә тағы бер тапҡыр рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ! Ауылымды уңған ғаиләләр данлаһын!
Райхана Булатова
Баймаҡ районы
Билал ауылы
китапхнасы