“Дан йырлайым һиңә, Башҡортостан” исемле район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе

 

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата “Дан йырлайым һиңә, Башҡортостан” исемле район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Яҡташ шағирҙарыбыҙҙың тормош юлына һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәш быуында тыуған еребеҙгә, Башҡортостанға ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән бәйгелә районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән бөтәһе 39 бәйгесе ҡатнашты. Сығыш яһаусыларға яҡташ шағирҙарыбыҙҙың Башҡортостанға, тыуған яғыбыҙға арналған шиғырҙарын яттан, тасуири һөйләү мотлаҡ ине. Шуға күрә бәйгелә Абдулхаҡ Игебаев, Рәйес Түләков, Аҫылғужа Баһуманов,Әхмәр Үтәбаев,Урал Мостафин,Лилиә Һаҡмар кеүек билдәле шағирҙарыбыҙ менән бер рәттән Асия Бикбова, Сәлимә Барлыбаева, Айҙар Мусин кеүек яҡташтарыбыҙҙың да Башҡортостанға, тыуған яҡҡа арналған шиғырҙары яңғыраны.
Бәйгеселәрҙең сығыштары ике төркөмгә бүлеп баһаланды.
Гран-Прины Р.Түләктең “Оран” поэмаһын йөрәктәргә үтерлек итеп ятлаусы Темәс урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Акбулатова Азалия яуланы.
5-7 кластар араһында урындар түбәндәгесә бирелде:
1-се урын- Уразбаев Рәсүл (БЛИ, 6-сы кл.)
2-се урын- Рәхмәтуллина Диана ( Байыш, 7-се кл.)
Шахморатова Рәзилә ( Темәс, 6-сы кл.)
3-сө урын- Зәйнуллина Йәнгүзәл ( Баймаҡ 4-се һанлы мәктәбе, 7-се кл.)
— Ғөбәйҙуллина Лиана ( Кр.Йылайыр, 6-сы кл)
-Ихсанова Зөлфиә ( Төркмән, 6-сы кл.)
8-11 кластар араһында:
1-се урын- Нарынбаева Гөлфирә ( Билал, 11-се кл.)
2-се урын- Дәүләткилдина Миләүшә ( Ишбирҙе, 8-се кл.)
Сәйдәлиев Йәмил ( Баймаҡ 4-се һанлы мәктәбе, 10-сы кл.)
3-сө урын- Әбүбәкиров Илдар ( Баймаҡ 1-се һанлы мәктәбе, 9-сы кл.)
Призлы урындарҙы алыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.