“Дан йырлайым, һиңә Башҡортостан”

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына ҡарата Баймаҡ үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре “Дан йырлайым, һиңә Башҡортостан” исемле моң һәм шиғриәт байрамын уҙғарҙы.
Бөйөк шағир Мостай Кәримдең тыуған йылы бәхеткә күрә Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы менән тап килеүе тарихи һәм әһәмиәтле күренеш. Ошо ике тарихи ваҡиға сараның төп үҙәгендә булды.
Яҡташ шағирҙарыбыҙҙың ижадында Башҡортостаныбыҙҙың хозурлығы, эшһөйәр, илһөйәр халҡы, батырҙары төп урынды биләй
“Ирандыкские зори” ансамбле (етәксеһе Ф.Әмирханова) һәм Ишдәүләт Сәфиуллин башҡарыуында Башҡортостан һәм Рәсәйгә арналған йырҙар, М.Кәрим шиғырҙары буйынса Халыҡ-ара интернет конкурсында 2 –се урын яулаусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Маннапов башҡарыуында М.Кәримдең “Россиянмын” шиғыры, “Аманат бейеү студияһы ҡыҙҙары һәм егеттәренең “Алға, алға Башҡортостан!” музыкаль композияцияһы, ҡыҙҙарҙың “Таң ҡыҙы”, Әюпов Искәндәр башҡарыуында “Форд батырҙары ” бейеүҙәре (етәксеһе Фәрзәнә Ямантаева)тамашасылар күңеленә хуш килде. Колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да байрам менән ҡотланы һәм сараның әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫөнә алды.
Башкортостан тарихы тураһындағы викторинала студенттарҙың дөрөҫ һәм тулы яуаптары ҡыуандырҙы. Байрамда яңғыраған шиғыр һәм йырҙар, дәртле бейеүҙәр Башҡортостаныбыҙҙың шанлы үткәне һәм яҡты киләсәгенә мәдхиә булһын.