Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән осрашыу

Баймаҡ ере гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәтенә таланттар үҫтергән төйәк булараҡ та дан тота. Тыуған илен данлаған, өҙөлөп янып ижад иткән яҡташтарыбыҙ менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Баймаҡ үҙәк китапханаһында был аҙнала иғлан ителгән Башҡорт китаптарын прапагандалау аҙналығы яҡташ яҙыусыларыбыҙ менән осрашыуҙарға бай булды. 19 сентябрь көнө сираттағы осрашыу яҡташ яҙыусыбыҙ, бер тында уҡылған әҫәрҙәре менән китап уҡыусыларҙы йәлеп иткән әҙибә Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән үтте. Яҙыусы менән осрашыуға студенттар, ауыл китапханасылары, ағинәйҙәр, Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙының Баймаҡ интернат мәктәбендә уҡыған йылдарындағы уҡытыусылар йыйылды.