Иҫән ауылында  “Ағинәйҙәр” ҡоро ойошторолдо.

Ирәндек итәгендә, көмөш һыулы Талҡаҫ буйында урынлашҡан Иҫән ауылында  “Ағинәйҙәр” ҡоро ойоштороу маҡсатында  ауыл  ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыу уҙҙы. Район “Ағинәйҙәр” ҡоро кураторы Сәрүәр Иҙелбаева  “Ағинәй” клубының положениеһы , маҡсаты , эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.Семеновск ауыл биләмәһе “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Мәҡсүтова Әлмирә Дәүләт ҡыҙы үҙҙәрендә мәҙәни усаҡ булмауына ҡарамаҫтан, район  кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, ауыл тормошон йәнләндереп йәшәүҙәрен бәйән итте.Үҙ сиратында ҡыҫҡаса  Иҫән ауылы  тарихы менән    ҡоролтай ағзаһы Таңһылыу Аслаева таныштырҙы һәм  иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ойошторҙо.  Семеновск ағинәйҙәренең бай йөкмәткеле концерт программаһы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.Сара Иман йорто “Сафия” мәсетенә инеп аят бағышлап, доғалы ризыҡтар менән сәй эсеү менән тамамланды. Бай тарихы булған Иҫән ауылында ла“Ағинәйҙәр” хәрәкәте  эшләп китер…