Йәнгүҙәйгә-20 

👍 Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында ойошторолған Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби ижад берекмәһе үҙенең 20 йәшлек юбилейын билдәләне. Юбилей сараһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, күренекле яҙыусы Әхмәр Үтәбай, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Салауат Әбүзәр, Әбйәлил районының “Йәйғор” ижад берекмәһе ( етәксеһе Зөһрә Кашапова), Белорет районының “Ҡуңыр буға” әҙәби берләшмәһе (етәксеһе Мәүлит Кәримов) һәм “Йәнгүҙәй”( етәксеһе Айгөл Иҙелбаева) ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашты. Алып барыусылар “Йәнгүҙәй” берекмәһенең ойошторолоу тарихы, уның тәүге етәкселәре һәм әүҙем ағзалары тураһында таныштырып үттеләр. Баймаҡ районы хакимиәте урынбаҫары Г.К.Сирғалинаның ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Саҡырылған ҡунаҡтар берекмәгә изге теләктәрен еткерҙеләр, иҫтәлеккә бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Әбйәлил районының “Йәйғор” әҙәби берекмәһе ағзалары шиғри күстәнәстәрен бүләк иттеләр. Үҙ сиратында “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзаларының сығышы ла күңелдәргә хуш килде. Әҙәбиәт һөйөүселәр үҙҙәренең яратҡан яҙыусылары Т.Ғарипова, Ә.Үтәбай, С.Әбүзәрҙән автограф алдылар һәм иҫтәлеккә фотоға төштөләр.