Китапһыҙ — үҙебеҙҙе ағасһыҙ урман, ҡошһоҙ ялан, сәскәһеҙ гөл кеүек хис итәбеҙ.

Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәүсе Рәйлә апай һәм Әхтәм ағай Йәнгилдиндарҙы ауылдаштары шәп баҡсасы тип кенә түгел, иң күп китап уҡыусы булараҡ та яҡшы белә. — Китап, гәзит — журнал уҡымаһаҡ, тамаҡ та туймай, ҡулға эш тә бармай. Китап уҡыу шул тиклем ҡанға һеңгән, хатта китап уҡымаған кешегә элегерәк аптырай торғайным. Үҙебеҙҙең шәхси китапханабыҙ бар. Китап уҡырға ғына түгел, уны тәртиптә тоторға ла яратабыҙ. Китапһыҙ — үҙебеҙҙе ағасһыҙ урман, ҡошһоҙ ялан, сәскәһеҙ гөл кеүек хис итәбеҙ. Шәхси китапханабыҙҙан Билал ауыл китапханаһына китаптар, журналдар бүләк итәбеҙ. Әйҙә, башҡа ауылдаштарыбыҙ ҙа рухи аҙыҡ алып ҡыуанһын, — ти Әхтәм ағай. Рәхмәт һеҙгә, Йәнгилдиндар!