Милли кейем күргәҙмәһен өйөндә ойошторған

#ДеньнациональногокостюмаБаймак
Милли кейем көнөнә арнап Ниғәмәт мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙының өйөндә эшләнгән күргәҙмә менән танышты. Ағинәй милли кейем, әсәһенән ҡалған ҡомартҡылар тураһында һөйләне. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, милли кейем кейеп фотоға төштө. Улар халҡыбыҙҙың матурлыҡты, нәзәҡәтлекте яратыуын, һәр әйберҙе, кейемде биҙәүен, гүзәллеккә ынтылыуын аңлап, күреп ҡайтты. Эске матурлыҡ та бит тышҡы матурлыҡҡа ынтылыуҙан башлана. Балаларҙа миллилек, милли рух тәрбиәләүҙе беҙҙең ағинәйҙәр клубы үҙҙәренең төп бурыстарының береһе тип һанай.