Милли кейем көнө

#ДеньнациональногокостюмаБаймак
Бөгөн барлыҡ Башҡортостан халҡы менән берлектә райондаштарыбыҙ ҙа #Милликейемкөнөн киң билдәләне. Баймаҡ үҙәк китапханаһы коллективы ошо уңайҙан бөгөнгө эш көнөн кейемдәренә милли биҙәүестәр өҫтәп йәмләне. Шулай уҡ был флешмобҡа китапхананың барлыҡ филиалдары китапханасылары ла ҡушылды. Улай ғына ла түгел уларҙы ҡеүәтләп бөгөн китап уҡыусылар ҙа милли кейемдәрҙә, йә булмаһа селтәр, һаҡалдар тағып китап алырға килгәйне. Артабан үҙәк китапхана коллективы Баймаҡта уҙған милли кейемдәр парадында ла ҡатнашты. Бөтә милләттәрҙе дуҫлаштырыусы, берләштереүсе күңел һәм рух байрамына райондан йөҙәрләгән кеше ҡатнашты. Милли кейем парады пандемиянан һуң, халыҡтың көтөп алған күңел байрамына әүерелде.