«Мин ҡайтырмын мәңгегә”

Баймаҡ район үҙәк китапханаһында башҡорт әҙәбиәте күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыған һәм фани донъянан бик иртә киткән яҡташыбыҙ Рәйес Түләктең 60 йыллығына арналған «Мин ҡайтырмын мәңгегә” исемле шиғриәт һәм хәтер кисәһе уҙҙы.   Билдәле шағир, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Р.Түләк иҫән булһа,  бөгөн 14 октябрь 60 йәш тулған булыр ине. Сарала Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй“ әҙәби ижад берекмәһе ағзалары, туғандары, яҡындары, дуҫтары , уның ижадына ғашиҡ әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Алып барыусылар Р.Түләктең ижад һәм тормош юлы менән таныштырғандан һуң , “Щонҡар” Башҡортостан йәштәре журналы Башҡортостан яҙыусылар союзы менән берлектә талантлы шағир, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Р.Түләктең 60 йыллығына бағышлап, “Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, эй, кешем!”тип исемләнгән республика видеоконкурс  иғлан иткән бәйгелә ҡатнашыусыларҙың   сығыштары  дауам итте һәм сараның бер биҙәге булды. Р.Түләктең  Миңъямал, Рәйсә апалары, Ғәйзулла еҙнәһе һәм Рәсимә һеңлеһенең  сығыштары,   Р.Түләктең үҙе уҡыуындағы аудиояҙманы тыңлау кисәнең бер тулҡынландырғыс мәле булды.

Р.Түләктән ни ҡалды? «Табаҡта ғына табаҡ ай аҡ ҡағыҙ» булып китаптары ҡалды, халҡына әйтер һүҙе, ораны ҡалды. Ул шиғырҙары менән үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйҙы.