«Мостай илендә» театрлаштырылған тамашалар конкурсы дауам итә

Ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Мостай илендә” театрлаштырылған тамашалар конкурсы дауам итә. Мостай иленә 10 апрелдә Беренсе Этҡол һәм Ярат, 11 апрелдә Билал һәм Түбә ауыл биләмәләре “сәйәхәт” ҡылды. Конкурста ҡатнашыусылар күренекле шәхесебеҙҙең үлемһеҙ әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе, шиғырҙарын, поэмаларын уҡыны, йырҙарын яңғыратты. Ә билалдар иһә күренекле әҙиптең 100 йыллығына ҡарата махсус бейеү ҙә һалған ине.