“Мостай илендә” театрлаштырылған тамашалар конкурсы дауам итә.

Үткән аҙнала тамашалар Таулыҡай, Темәс, Ҡолсора, Бикеш ауыл биләмәләрендә үтте. Сыңғыҙҙағы тамашала “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесы сәхнәләштерелде, бөйөк Мостайҙың шиғырҙарына яҙылған “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Уҡытыусыма”, “Яҙмыштар-уҙмыштар” һ.б. йырҙар яңғыраны, нәфис һүҙ оҫталары сығыш яһаны. Айырыуса Мәҙинә Туйсина һәм Гөлнур Раеваның “Әсәйем сирләгәндә”, мәктәп уҡыусыларының “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырын һөйләүе тамашасы йылы ҡабул итте. Темәстәр иһә тотош бер спектакль ҡуйҙы – “Ҡыҙ урлау” комедияһын сәхнәләштерҙе. Башлыса мәктәп коллективынан торған әртистәр үҙ маҡсатына өлгәште – сәғәт ярымлыҡ тамаша бик ҡыҙыҡ булды. Үрге Иҙристә һәм Бикештә үткән тамашалар ҙа залда ултырыусыларҙы Мостай иленә илтте. Тәүгеһендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашлығында “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан, Бикештә Мостай Кәримдең “Ялҡау бал ҡорто” һәм “Әтәс тирмәне” әкиәттәренан өҙөктәр сәхнәләштерелде. Был аҙнала иһә тетарлаштырылған тамашалар Ишмөхәмәт һәм Йылайыр, Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләрендә планлаштырылған.