“Моң эсенә инеп йәшеренәм”

6 февралдә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр күренекле шағир, прозаик, журналист, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Моң эсенә инеп йәшеренәм” исемле ижад кисәһенә йыйылды. Ошо көндәрҙә мәшһүр яҡташыбыҙ 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Яҡташ әҙибебеҙҙе ҡотлап, район хакимиәте исеменән хакимиәт башлығы урынбаҫары Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙы, район мәғариф бүлеге начальнигы Зәйнуллин И.Ә., бүлек белгестәре, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ә. Сәйетов сығыш яһаны, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Әхмәр Үтәбайҙың бер туған апалары — Мәҙинә Туйсина, Гөлнур Раева, яҡын һеңлеһе Сәлимә Усманова, уларҙың ғаиләләре, ҡәләмдәштәре – Әминә Яхина, Насип Һаҡмаров, Фәнис Сирбаев, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, сәсән телле Әкрәм Ҡәйепҡолов, Таңһылыу Вәлиева, яҡын дуҫтары – Хәбир Раев, Айбулат Ғүмәров, Флүр Ғәзиндар юбилярға йөрәктән сыҡҡан теләктәрен, шиғри-моңло күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе. Ижад кисәһендәге һәр сығыштан ихласлыҡ бөркөлөп торҙо. Әхмәр Ғүмәр улы һәр һорауға ихлас яуап бирҙе, фәһемле уй-фекерҙәре, иҫтәлектәре менән бүлеште, илһамланып шиғырҙарын уҡыны һәм йырлап ишеттерҙе. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина яҡташ әҙибебеҙгә төрлө йылдарҙа китапханала Әхмәр Үтәбай менән ойошторолған осрашыуҙарҙы мәңгеләштергән “Йылы осрашыуҙар иҫтәлеге” фотоальбомын тапшырҙы. Китапхана тарафынан махсус әҙерләнгән фотоальбом Әхмәр Ғүмәр улына тыуған яғын, уның ихлас кешеләрен, уның ижадын яратыусылар яңынан-яңы осрашыуҙар көтөүен хәтерләтеп торор, тип ышанабыҙ.