Музейға сәйәхәт

#Библиопутешествие_По_малой_Родине_моей
Сыңғыҙ – мәҙәниәтле, илһамлы ауыл. Ул үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Боронғоларҙың «Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән — нәсәпһеҙ», — тигәнен иҫтә тота сыңғыҙҙар. Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә лә ошо йүнәлеште маяҡ итеп алғандар.
Республика көнө алдынан Сыңғыҙ моделле китапханаһы хеҙмәткәре Миңзәлә Шахморатова менән  5-се класс уҡыусылары Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә урынлашҡан РСФСР-ҙың һәм БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтовтың музейында булды. Экскурсияны  мәктәп директоры Солтангилдина Рәйлә Базарбай ҡыҙы, 9-сы класс уҡыусыһы Мөстәҡимова Гүзәлиә һәм Сирбаева Уралия бик йөкмәткеле итеп ойошторҙо. Сыңғыҙ ауылының ғына түгел, тотош республикаға данлы шәхес, затлы уҙаманға арналған музей менән танышыу уны хөрмәтләү һәм ололау билгеһе лә.