Муллаҡайҙа яңы китаптың исем туйы үтте.

1940 йылда Муллаҡай мәктәбендә директор булып эшләгән Гәрәев Әхмәт Ғәзизйән улының ҡыҙы Гәрәева Динә Әхмәт ҡыҙы «Дети войны и игры 40-х-60-х годов прошлого века» исемле китабының исем туйын үткәрергә тыуған ауылына килде. Был китапҡа авторҙың тиҫтерҙәре менән бергәләп һуғыш осоронда уйнап үҫкән уйындары тупланған һәм иҫтәлекле фотолар менән байытылған. Хәҙерге көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Динә апайҙың был китабын сығарыуға авторҙың ҡыҙы- психология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтының коррекцион педагогика кафедраһы мөдире Эльза Насибулла ҡыҙы күп көс һалған. Сараға шулай уҡ авторҙың балалары, ейәндәре, класташтары, дуҫтары ла саҡырылды. Автор үҙенең китабы тураһында һөйләне, ауылдаштарының һорауҙарына яуап бирҙе, китаптарын таратты. Йәнле һәм фәһемле был осрашыу күмәкләп фото төшөү һәм обелискыға сәскә һалыу менән тамамланды. Осрашыуҙың икенсе өлөшө Ҡаратал ҡоҙоғонда дауам итте. Бында ҡунаҡтарҙы тирмә ҡороп, байрамса кейенгән ағинәйҙәр һәм ауылдаштары ҡаршы алды.Һуңынан барыһы ла Динә апай салдырған ҡорбан итенән ауыҙ иттеләр, китапҡа индерелгән уйындарҙы уйнанылар, фильмға төштөләр.