Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе!

Ауыл китапханаһы мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бөгөн көҙҙөң матур байрамы — Ололар көнөнә лә уҡыусылар үҙ ҡулдары менән бүләк әҙерләне. 75 йәште үткән оло инәйҙәрҙең өйҙәренә йөрөп байрам бүләге һәм күстәнәстәр таратылды. Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе!