Проект «Һин китапханаға килмәһәң, китап һиңә килә».

Билалдар үҙҡурсалау ваҡытында китап уҡый! Ә һеҙ?
Кеше һәр бер ваҡытҡа ла яраҡлаша. Үҙҡурсалау ваҡытымы, эшме, ялмы, һәр хәлдә, ауыл кешеһе өсөн буш ятыу тигәнде аңлатмай инде, етмәһә, яҙ көндө. Һәр кем ҡарҙан әрселгән эргә — тирәһен таҙалай, баҡса менән булыша, мал, ҡош — ҡорт менән була. Шулай ҙа, рухи аҙыҡ — китапһыҙ ҙа тороп булмай. Китап, гәзит — журнал уҡыған кеше етәрлек ауылда. Үҙҡурсалау тип өйҙә генә ятып сыҙаймы һуң ундайҙар! Шуға күрә, ауыл китапханаһы «Һин китапханаға килмәһәң, китап һиңә килә» проектын башлап ебәргәйне. Проект шарты буйынса китап уҡырға теләге булғандар телефон аша шылтыратып китап кәрәклеге тураһында әйтә. Китапханасы китаптарҙы теүәлләп һала. Ә инде ул китаптарҙы йәштәр араһынан төҙөлгән ирекмәндәр (волонтер) заявка биргәндәргә таратып сыға. Улар береһенең дә өйҙәренә инмәй, маска, перчатка кейә. Китаптарҙы почта йәщниктәренә, йә баҡса рәшәткәһенә эленгән пакетҡа һалып китәләр. Ул пакетка китапҡа заявка биргән кеше, китапхананан алдан алған китабын һалған була. Ирекмәндәр бер юлы уларҙы алып та йөрөй. Уҙған аҙнала ла йәш ирекмәндәр ауыл буйлап йөрөп китап таратып йөрөнө. Китапҡа заявка биреүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, йәштәр, был аҙнала йәнә китап таратып сыҡтылар. Был юлы ирекмән (волонтер) булырға теләк белдерҙе Сибай ҡалаһы студентты Нуриман Кәримов һәм Өфө студенткаһы Ләйсән Булатова. Афарин, йәштәр! Китап уҡыусыларҙан заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Беҙҙең девиз: «Өйҙә ултырғанда — китап уҡыйыҡ!»