Район китапханаларында башҡорт китабы аҙналығы старт алды

 

Йыл һайын сентябрь айында башҡорт китаптары аҙналығын үткәреү матур йолаға әйләнде. Аҙналыҡта үҙәк һәм ауыл китапханаларында яңы донъя күргән китаптарҙың исем туйҙары, бәйгеләр, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн башҡорт китаптары буйынса Мәғлүмәт көнө һәм башҡа саралар үтә. Район үҙәк китапханаһында аҙналыҡты тантаналы асыу яҡташыбыҙ, драматург Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы Әминә Миңдеғол ҡыҙы Яхина менән осрашыуҙан башланып китте. Тантанала ҡаланың 3-сө һанлы урта мәктәбенең 8 синыф уҡыусылары ҡатнашты.
Сарала башҡорт әҙәбиәтенең күренекле яҙыусылары, шағирҙарының ижадына байҡау яһағандани һуң, һүҙ хөрмәтле ҡунағыбыҙ Әминә Яхинаға бирелде. Үҙ сиратында ул үҙенең ижады, донъя күрәсәк китаптары тураһында һәм уҡыусыларға башҡорт китаптарын уҡыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡыусыларҙы бигерәк тә китапханасылар тарафынан ойошторолған викторина, әҫәрҙәрҙе китап фондынан һәм алфавит каталогынан эҙләү юлы, юбиляр яҙыусыларҙың китаптарын пазлдарҙан йыйыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина юбиляр драматургты юбилейы менән ҡотланы, һәм башкорт китабы аҙналығының әһәмиәтен баһалап, уҡыусыларға тағы ла әүҙемерәк, китап менән дуҫ булырға өндәне.